Күптәр, әҙерләргә ваҡыттары булмаған осраҡта, ярымфабрикаттарҙы һатып ала. Заманса технологиялар етештерелгән ярымфабрикаттарға булған ҡарашты тамырынан үҙгәртә һәм юғары сифатлы аҙыҡ-түлек алыу мөмкинлеге бирә. Балаҡатай районы, Ямаш ауылында 2017 йылда асылған “Ямаш билмәндәре” ярымфабрикат бренды быға сағыу дәлил булып тора.
Етештереү цехы мал ҡабул итеү комплексы базаһында урынлашҡан.
Ярымфабрикаттар етештергән предприятиеның төп маҡсаты – ауыл ерендә яңы эш урындары булдырыу. Бының өсөн, Ямаш ауылындағы һөт заводы бинаһын төҙөкләндереп, лизинг буйынса кәрәкле ҡорамалдар (һыуытҡыс, салыу камераһы, ҡамыр йәйеү машинаһы, фарш бутау ҡоролмаһы, ит турағыс, етештерелгән продукцияны илтер өсөн һыуытҡыслы автомобиль һәм башҡаларҙы) һатып алыр-ға кәрәк була. Тәмле һәм сифатлы ярым фабрикаттар етештереүҙе урындағы эшҡыуар Юрий Швалев яйға һала.
Ҡулдан эшләнгән ярымфабрикаттар урындағы комплекста етештерелгән һыйыр һәм сусҡа итенән, картуфтан әҙерләнә.
Йыл һайын уның күләме һәм ассортименты киңәйә, бөгөн бында һыйыр һәм сусҡа итенән ҡушып, һыйыр итенән генә, ит-кәбеҫтә билмәндәре, кәбеҫтә, картуф кәкреһе, тефтели, голубцы, чебурек, манты, ит төрөлгән ҡоймаҡ әҙерләнә.
Хәҙерге сауҙа итеү шарттарында, етештерелгән тауар-ҙың сифатынан тыш, уның биҙәлешенә талаптарҙы иҫәпкә алып, предприятие тауарын махсус ҡаптарға һалыуҙы планлаштыра.
Ямаш билмәндәре тәбиғи составы һәм юғары сифаты өсөн ҙур баһа алып, ҡулланыусылар географияһы киңәйҙе. Ярымфабрикаттар Башҡортостан Республикаһының Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан райондары кафе, ашхана һәм магазиндарына һатыуға сығарылған, шулай уҡ Свердловск өлкәһенең Екатеринбург ҡалаһы магазиндарында ҙур һорау менән ҡулланыла.
Ярымфабрикаттар һатып алыу буйынса һорауҙар менән 8 (34750) 2-36-00 телефонына мөрәжәғәт итегеҙ.
Предприятие ауыл халҡынан һыйыр малдары һатып ала.
Хаҡы һәм илтеү шарттарын салыу цехының 8 (34750) 2-37-71 телефоны аша сәғәт 9.00-дән 14.00-гә тиклем асыҡларға мөмкин.
Реклама нигеҙендә.
1170280002860 һанлы ОГРН.