Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
26 Февраль 2021, 14:00

“Мега Планета” магазинында яңы тауарҙар

“Мега Планета” магазины Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урам, 6 адресы буйынса элекке универмаг бинаһында урынлашҡан. Бында һеҙ баштан алып аяҡҡа тиклем стилле, модалы һәм арзан хаҡҡа кейенә алаһығыҙ.

Магазин балалар, үҫмерҙәр, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өҫ һәм аяҡ кейемдәренең 20 меңдән ашыу моделен, төрлө текстиль, йорт өсөн тауарҙар, балалар уйынсыҡтары, унан тыш башҡа күп төрлө әйберҙәр тәҡдим итә. Ассортимент һәр саҡ киңәйтелеп, яңыртылып тора.
Магазинға ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар әйберҙәренең яңы коллекцияһы килде. Төрлө өҫ кейемдәре, шулай уҡ кофта, толстовка, джинсы, салбар, күлдәк, юбка, футболка, эске кейемдәр, ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһы, стена сәғәте һәм башҡа кәрәк-яраҡ бар.
Яҙҙың тәүге матур байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө етеп килә. Гүзәл заттарға байрам кисәләренә кейеү өсөн күлдәктәрҙең яңы коллекцияһында оҙондары ла, ҡыҫҡа итәклеләре лә бар.
Шулай уҡ һеҙ беҙҙә актуаль булған яңы көндәлек кейемдәр табырһығыҙ: топ, күлдәк, пинжәк, кардиган, блузка, төрлө фигураға ярашлы стилле джинсы һәм салбар, шулай уҡ бәйләнгән һәм ял өсөн кейемдәр.
8 мартҡа тиклем ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә, ташлама – ғәмәлдә: ҡышҡы куртка һәм аяҡ кейемдәренә – 15%, башҡа тауарға – 10%.
Күңелегеҙгә ятышлы хаҡтар менән сифатлы, стилле һәм яҡшы әйберҙәр һатып алыу мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Реклама нигеҙендә.
320028000116317 һанлы ОГРНИП.