Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
12 Февраль 2021, 16:45

Был торттарҙы тәмләмәй ҡалмағыҙ!

Изге Валентин көнө, йыл әйләнәһенә уҙған башҡа байрамдарҙан айырмалы рәүештә, иң наҙлы һәм романтикаға бай сара булып һанала.

Был көн ғашиҡтар-ға һөйгәндәренә яратыу һүҙҙәрен еткереү, хисле осрашыуҙар өсөн уңайлы. Ә бына ғашиҡтар көнөнә арнап бешерелгән торт, һеҙ ойошторған атмосфераны йәмләп, тантаналы кисте тағы ла сағыуыраҡ һәм хислерәк итер. Ғашиҡтар осрашыуы өсөн был татлы ризыҡ бик тә урынлы.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Алия Фазлетдинова ғашиҡтар көнөнә арнап торт, йөрәк формаһында ҡойоп әҙерләнгән шоколад, ”Love is…” капкейктары, чизкейктар кеүек тәмлекәстәр етештерә. Уның һәр продукцияһы онотолмаҫ тәме менән айырылып тора, өҫтәүенә заказ биреүсе теләге буйынса ҡабатланмаҫ дизайн менән эшләнә.
Торт бешереү менән ул яңыраҡ мауыға башлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәсетлеләр араһында бешергән тәмлекәстәренә һорау ҙур. Алияның даими заказ биреүселәре уның эшенән ҡәнәғәт ҡалып, рәхмәттәрен еткерә.
– Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ кондитер ризыҡтары бешереү оҡшай ине. Бындай мауығыу өләсәйемдән күскәндер. Ул ғүмер буйы икмәкханала эшләне. Туғанымдың төрлө торттар әҙерләп яҡындарын ҡыуандырыуы ла тәьҫир иткәндер, – тип һөйләй Алия. – Был шөғөлөмдә атай-әсәйем һәм иремдең ярҙамын ныҡ тоям. Кондитер донъяһын үҙләштерергә тематик сайт, оҫталыҡ дәрестәре, оҫта кондитерҙар үҙғарған онлайн-уҡыуҙар ярҙам итте.
Алия тәмлекәстәр әҙерләү өсөн тәбиғи һәм яңы етештерелгән продукттар ҡуллана. Клиенттарына корждарҙың бер-нисә төрөн тәҡдим итә: баллы, классик, американса, шифон һәм башҡалар. Торттарҙы биҙәүҙе клиенттарҙың теләге буйынса башҡара, эслеген дә заказ биреүсе һайлай. Тәмлекәстәрҙе биҙәгәндә ижади һәләте күренә, бының өсөн ул аҙыҡ-түлек принтеры ҡуллана, имбирь печеньеһын да бешерә.
Алия етештергән торт, капкейк, шоколад, чизкейктарға 8-927-953-01-83 телефон һандарын йыйып заказ бирергә мөмкин. Уның эштәре “Инстаграм” (cake_aliiafazletdinova), “Бәйләнештә” (https://vk.com/alijafazletdinowa) сайттарында ҡуйылған.
Реклама нигеҙендә