Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
5 Февраль 2021, 14:00

Өҫтәлдә һәр саҡ өй билмәндәре

Бөгөн һәр ғаилә өҫтәлендә булған, хәҙер инде башҡа милләт халҡы араһында ла киң таралған ғәҙәти рус ризығы булған билмәнде белмәгән кеше юҡтыр.

Ысынлап та, был бик ҡулайлы ризыҡ, уны байрам өҫтәленә генә түгел, ғәҙәти көндә лә әҙерләп ҡуялар. Ә билмән әҙерләүҙең ниндәй генә ысулы юҡ?! Билмәнде айырым ризыҡ итеп бирергә, шулай уҡ башҡа төр ризыҡтар менән килештерергә мөмкин: оҫта хужабикәләр 20-нән ашыу төрөн кәңәш итә.
Тик һәр оҫта хужабикә генә белер сер бар – ул сифатлы сеймал. Һеҙҙең һатып алған ризыҡтан ҡәнәғәт ҡалыуығыҙ ҙа уның сифатынан тора.
Күптәр билмән тәмле бул-һын өсөн уны ҡулдан эшләргә кәрәк тип иҫәпләй. Һәм был бер ни тиклем дөрөҫ тә. Әгәр ҙә һеҙ эшләп йөрөһәгеҙ һәм һеҙҙең билмән эшләргә ваҡытығыҙ булмаһа? Тик һеҙҙең өсөн – эшлекле, ваҡы-тын ҡәҙерләгән кешеләргә шәхси эшҡыуар С. В. Коновалова үҙе етештергән продукцияһын тәҡдим итә.
Шәхси эшҡыуар билмән етештереү эшен яңы башлаһа ла, уның даими һатып алыу-сылары бар ҙа инде.
– Үҙ продукциямды етештергәндә мин иң элек уның сифатына ҙур иғтибар бүләм, – тип һөйләй Светлана Коновалова. – Ул тәбиғи продукттарҙан – тарамыш, яры, кимерсәк һәм артыҡ майы алынған сифатлы сусҡа һәм һыйыр малы итенән, яңы тарттырылған тәмләткестәр-ҙән – әҙерләнә. Составында ГМО, консервант һәм тәмде көсәйтеүсе ҡушылмалар юҡ.
Цехта “Русские”, “Оригинальные с чесноком”, “Говяжьи”, “Мясно-капустные” билмәндәре, манты, чебурек, тефтели, голубцы етештерелә. Көн һайын 80 килограмм продукция һатыуға тәҡдим ителә. Етештереү тик ҡулдан баш-ҡарыла.
Шәхси эшҡыуар С. В. Коновалова ваҡыт һынауы үткән рецепт буйынса әҙерләнгән билмәндәрҙән тыш, составы үҙенсәлекле булғандарын да етештерә. Уларҙы уйлап табыу һәм камиллаштырыу эшен Светлананың әсәһе – Таңсулпан Лотфулла ҡыҙы алып бара. Ул үҙе уйлап сығарған билмәндәрҙе “Сулпан” тип атаған.
Бөгөн мәсетле халҡына шәхси эшҡыуар етештергән продукцияны Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы һатыу нөктәләрендә һәм күмәртәләп һатыу базаһында алыу мөмкинлеге
бар. Хаҡтар һеҙҙең күңелегеҙгә хуш килер. Унан башҡа билмәндәр Дыуан, Балаҡатай һәм Красноуфимск (Свердловск өлкәһе) райондарында һатыуға сығарылған. Киләсәктә Екатеринбург ҡалаһы баҙарына сығыу планлаштырылған.
Светлана Коновалова ассортиментты киңәйтеү өҫтөндә лә эшләй. Ошо арала ыҫланған ит, балыҡ һәм сало етештереү цехы асылыуы көтөлә. Кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, яңы эш урындары булдырыла.
Реклама нигеҙендә
320028000060699 һанлы ОГРН.