Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
5 Февраль 2021, 13:00

10 февралдән “Мега Планета”ла – күләмле күпләп һатыу

Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урам, 6 адресы буйынса (элекке универмаг бинаһы) урынлашҡан “Мега Планета” магазины үҙенең һатып алыусыларын ташламалар менән ҡыуандырып тора.

10 февралдән магазин сираттағы ҙур һатыу ойоштора. Һеҙгә унда 20 процент ташлама менән – ҡышҡы куртка һәм пу- ховик, ә аяҡ кейемен 30 процент ташлама менән һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ. Ҡалған әйберҙәргә 10 процент ташлама ҡаралған. Ташлама ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә генә яһала. Акция 23 февралгә тиклем дауам итә.
“Мега Планета” – бөтә ғаилә өсөн иң стилле, уңайлы һәм ҡиммәт булмаған әйберҙәр магазины. Өй өсөн кәрәкле әйберҙәрҙең киң ассортименты һатып алыусыны битараф ҡалдырмай. Һеҙ унда йорттағы атмосфераны булдырырға ярҙам иткән, күңелегеҙгә хуш килгән түшәк кәрәк-ярағы, таҫтамал, мендәр һәм юрған таба алаһығыҙ. Бынан тыш, магазин етәкселеге ассортиментты киңәйтеү өҫтөндә даими эшләй.
Яңыраҡ бында уйынсыҡтар бүлеге асылды. Һатып алыусыға бер-нисә йөҙ төр уйынсыҡ тәҡдим ителгән. Әгәр һеҙҙең балағыҙ яңы робот йәиһә матур ҡурсаҡ һорай икән, “Мега Планета” магазинына килегеҙ.
Ҡул сәғәте – магазиндың яңы тауары. Ҡиммәтле швейцар сәғәте күптәрҙең хыялы ғына булып ҡала, ә бында һеҙгә уға торошло, кешеләрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп иткән сәғәт һайлап алыу мөмкинлеге бар. Магазин ирҙәр өсөн ҡул сәғәте менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар сәғәтен дә тәҡдим итә.