Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
1 Февраль 2021, 14:00

Өй комплекты – стилле, ҡулайлы, уңайлы

Шәхси йортоң булыуы бик уңайлы, сөнки унда һәр кеше үҙенсә йәшәй, үҙенсә донъя көтә. Унда иртә таңдан йәиһә кискә ҡарай ремонт эше башлаған шаулы күршеләр борсомай. Бер көн килеп өҫкө ҡаттан һыу ағып төшөр тип борсолаһы ла юҡ, фатирҙа йәшәгәндәр кеүек ҡайһы бер ҡыйынлыҡтарға ла юлыҡмайһың.

Шәхси йорт төҙөргә теләгән һәр кешене өй күтәрер өсөн ҡайҙан материал алырға тигән һорау борсой. Сөнки торлаҡтың ныҡлы, оҙаҡ хеҙмәт итеүе һәм уңайлы булыуы нәҡ төҙөлөш материалының сифатынан тора.
Өйҙө күтәреү эштәренең хаҡы уның стенаһына һайланған материалдың ниндәй булыуынан ғибәрәт. Шуға ла йорт һалыу өсөн иң ҡулайлыһы – ағас. Бүрәнә йәиһә брустан эшләнгән заманса йорт – стилле, ҡулайлы һәм уңайлы. Ағас һәр саҡ кислород сығанағы тип иҫәпләнә, был материал экологик яҡтан таҙа, зыянһыҙ, шунлыҡтан уны күп йылдар буйына төҙөлөш эшендә ҡулланалар.
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 2011 йылдан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған граждандарға пиломатериалдары менән бүрәнә йәки брус-тан өй комплекттары әҙерләп биреү буйынса “Өй комплекты” программаһы эшләп килә.
Өй комплекты – өйҙө тиҙ арала күтәреү өсөн бар элементтары булған үҙенсәлекле төҙөлөш конструкторы. Бының өсөн “Башҡортостан Республикаһында Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан өй төҙөү өсөн заем юлларға була.
Предприятие программала ҡатнашыусыларға йылына 5% менән биш йылға льготалы заем бирә. Уның суммаһы 300 мең һумдан артмай, хаҡы төҙөләсәк өйҙөң майҙанына бәйле. Өй комплекттарын заказ биреүсе теләгән ҙурлыҡта эшләргә һәм комплектларға мөмкин. Комплектҡа стена (бүрәнә йәиһә брус), өрлөк, иҙән һәм түбә (киҫелгән таҡталар), ҡыйыҡ өсөн асамай ҡоролмаһы, ағас түшәм инә.
Ауыл ерендә йәшәгән граждан программа ярҙамында йорт һалыу өсөн тиҙ һәм бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ материалдарға заказ бирә ала. Әҙер комплектты үҙ аллы күтәрергә мөмкин, был осраҡта уны күтәреү өсөн сығымдар күпкә аҙыраҡ китә һәм торлаҡ осһоҙға төшә.
Мәсетле районы хакимиәтенең 49-сы кабинетында белгес Рәсимә Ҡушанова “Өй комплекты” программаһы буйынса льготалы заем алыуға документтар ҡабул итә һәм консультация бирә.
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәгән (йәшәү урыны буйынса теркәлгән), эшләгән, пенсия йәшенә етмәгән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған, “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә торлаҡ бинаһына мохтаж граждандарҙы иҫәпкә алыу” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына ингән, ауыл биләмәһе хакимиәтендә мохтаж булараҡ иҫәптә торған, төҙөлөш өсөн милкендә йәки ҡуртымда ере булған, килеме билдәләнгән ваҡыт эсендә льготалы заемды түләү мөмкинлеге биргән граждандар заем алыу хоҡуғына эйә.
Шәхси йорт төҙөү өсөн заем шәхси торлаҡ объекттары төҙөү өсөн бирелгән аҡсалата маҡсатлы заем булып тора. Заем алыусының йөкләмәһен юридик йәиһә физик берәмек үҙ өҫтөнә ала.
Мәсетле районында өй комплекттарын рәсми эҙерләү менән 2012 йылдан шәхси эшҡыуар Римил Низаев шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостандың төрлө райондарында 40-тан ашыу өй комплекты ҡуйылды.