Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
1 Февраль 2021, 11:30

Тәмле һәм сифатлы

Район үҙәгендә колбаса изделиелары магазины асылды

Колбаса – беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп ингән аҙыҡ. Табында ғына түгел, көндәлек тормошта ла һәр саҡ ҙур ҡулланылыш тапҡан ризыҡ. Ул һәр сауҙа нөктәһендә һатыла, шуға ла ҡулланыусы алдында кәштәләрҙә ятҡан күп төрлө колбасаларҙың ҡайһыһын һайларға тигән ҙур һорау тыуа.
Колбаса – иттән эшләнгән изделие. Әммә хәҙерге заманда иттән генә эшләнгән колбаса табыуы ҡыйын: һәр магазинды урап сығырға, составын ныҡлап өйрәнергә, аңлашылмаған яҙыуҙы аңларға тырышып баш ватырға, етештереп сығарылған һәм ҡулланыу ваҡытын эҙләргә тура килә. Һайлап ҡына алған хәлдә лә өҫтәлдә тәм һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән ризыҡ ятыуы мөмкин.
Беҙҙә район халҡы һәм ҡунаҡтарының күңеленә хуш килгән, тик иттән генә эшләнгән колбаса етештереүселәр бар.
Мария һәм Александр Фәттәховтар үҙ эштәрен 2010 йылда аса. Бар эш халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша бизнес асыу өсөн алынған аҡсаға һыуытыу агрегаты һатып алыуҙан башлана. Ғаилә колбасаның бер-нисә төрөн һәм ыҫланған ит әҙерләп сығара. Әҙер продукцияны район ойошмалары буйлап йөрөп һата.
Унан башҡа продукцияның күп өлөшө шәмбе йәрминкәһендә ҙур һорау менән үтә. Шәхси эшҡыуар Мария Фәттәхова етештергән колбаса изделиеларын, ыҫланған итте тәмләп ҡараған район халҡы һәм ҡунаҡтары уның даими һатып алыусыһына әйләнә: етештерелгән продукция тәбиғи тәме һәм юғары сифаты менән айырылып тора.
Фәттәховтар колбаса һәм ыҫланған изделиеларҙы әҙерләгәндә кәңәшләшеп эш итә. Улар етештереү өсөн шәхси йортта кәрәкле ҡорамалдар менән бәләкәй цех булдыра.
– Һәр производствола нимәлер етештереү өсөн тәүҙә сеймал кәрәк. Колбаса етештереүҙә лә эш ит һатып алыуҙан башлана, – тип һөйләй Александр Григорьевич. – Беҙҙең өсөн продукцияның сифаты ҙур әһәмиәткә эйә, шуға ла сеймалды тик ышаныслы етештереүселәрҙән генә алабыҙ. Бөгөн беҙ “Ямашит” йәмғиәте һәм үҙебеҙҙең райондың шәхси ярҙамсы хужалыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә эш итәбеҙ. Һатып алынған ит тейешле документҡа эйә.
Етештереү цехында бөтә санитар нормалар ҡәтғи контролдә тотола. Әҙер продукция етештереү технологияһы талаптары һәм шарттарына ярашлы башҡарыла. Колбаса, ыҫланған ит составында соя, тәмен арттырыусы ҡушылмалар һәм консервант юҡ, ул тик тәбиғи иттән генә эшләнә. Тик сифатлы аҙыҡ-түлек ҡулланыла: үҙ хужалыҡтарында етештерелгән һөт, яңы тарттырылған тәмләткестәр. Фәттәховтар цехы аҙна һайын 400 килограмм әҙер продукция эшләп сығара.
Шәхси эшҡыуар етештергән колбаса һәм ыҫланған итен һатыу өсөн уҙған йылдың декабрендә район үҙәгендә сауҙа нөктәһе булдырҙы.
Магазин етештереү производствоһының ун йыллығы айҡанлы асылды. Хәҙер район халҡының урындағы етештереүселәр әҙерләгән яратҡан ризығын теләгән көндө, теләгән ваҡытта һатып алыу мөмкинлеге бар.
Ассортиментта: ыҫланған ит, рулет, сусҡа, һыйыр, йылҡы итенән ярым ыҫланған һәм бешкән колбаса, 20 төрҙән ашыу әҙер изделие.
Эш режимы:
дүшәмбе – шәмбе: иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем,
йәкшәмбе – ял.
Адресы:
Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Беренсе май урамы, 7 (“Красное-Белое” магазины янында, сауҙа рәте).
Реклама нигеҙендә.
311022033500025 һанлы ОГРН.