Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
15 Декабрь 2020, 18:00

Шыршы матур, шыршы матур, шыршы һәр саҡ йәм-йәшел

Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Өйҙә байрам кәйефе тыу- ҙырып, йәшел шыршы ҡуйырға ваҡыт. Магазиндарҙа төрлө ҙурлыҡтағы яһалма ҡупшыҡайҙар һатыуға сыҡҡан да инде. Ә ысын шыршы ҡуйырға теләгәндәргә шуны иҫтә тоторға кәрәк – уны бысырға ярамай, бары һатып алырға ғына мөмкин.Шыршыны ҡайҙан һатып алырға?

Мәсетле районында шыршыны Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Курорт урамы, 55 адресы буйынса урынлашҡан урмансылыҡ участкаһында һатып алырға мөмкин.
Һатыу 14 декабрҙә башланды. Бейеклеге 1,5 метр булған шыршы йә ҡарағай ағасы 200 һумға төшәсәк, өс метрға тиклем – 250 һум, дүрт метрлығы – 500 һум. Һатып алғандан һуң, урман хужалығы хеҙмәткәре ҡултамға менән накладной тултыра. Был документ юлда тикшерә ҡалһалар кәрәк буласаҡ.
Башҡортостандың “Урмансылыҡтар менән идара” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы иҫкәртә: “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” законға ярашлы, һәр һатып алыусы Яңы йыл продукцияһының легаль һатылыуын раҫлаусы документ талап итергә хоҡуҡлы. Республика халҡы һәм ҡунаҡтары ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ йығыу, әҙерләү һәм һатыу тураһында 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә, 8 (34750) 2-20-85 телефоны буйынса Балаҡатай урман хужалығына йәки 02, 102 һандарын йыйып, полицияға хәбәр итә алалар. Урмандарҙа бар-ған ағас йығыуҙар тураһында ла шул уҡ телефон һандары буйынса мәғлүмәтте асыҡларға мөмкин.
Белгестәр әйтеүенсә, һатыу өсөн шыршыларҙы киҫеү төбәк урманына зыян килтермәй. Улар электр линиялары аҫтында, юл ситтәрендә, янғын хәүефе тыу-ҙырған урындарҙа, шулай уҡ санитар киҫеү сиктәрендә үҫентеләрҙе һирәкләү өсөн киҫелә. Унан башҡа, байрам өсөн ағасты урман плантацияларында махсус үҫтерәләр.
Браконьерҙарға – штраф
Һәр йыл һайын райондың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ рәүештә киҫеүҙән һаҡлау буйынса “Шыршы” оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙғара. Бындай саралар республиканың барлыҡ райондарында уҙа.
Быйыл “Шыршы” операцияһы 23 ноябрҙә башланды һәм 31 декабргә тиклем дауам итә. Урманды законһыҙ киҫкән өсөн административ һәм енәйәт яуап-лылығы ҡаралған. Граждандар өсөн штраф күләме – 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20 – 40 мең һум, юридик берәмектәргә – 200 – 300 мең һум. Штраф түләүҙән тыш, ағас киҫкән кеше урман фондына килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыян суммаһы 5 мең һум һәм унан күберәк икән, хоҡуҡ боҙоусы енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Был статья буйынса максималь яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: үҙ белдегегеҙ менән законһыҙ ағас ҡырҡып, штраф түләүгә ҡарағанда, Яңы йыл символын һатып алыу күпкә отошло.
Фото авторы: Елена Хусаинова