Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
15 Декабрь 2020, 17:40

“МЕГА ПЛАНЕТА” магазинында 10 – 50 процентлыҡ Яңы йыл ташламалары

Иң сихри ваҡыт, ә күптәр өсөн иң яратҡан байрам – Яңы йыл яҡынлаша! Тимәк, яҡындарығыҙ һәм үҙегеҙ өсөн бүләк алырға ваҡыт етте.Яңы йыл байрамы алдынан бар ғаилә өсөн өҫ һәм аяҡ кейемдәре магазины үҙенең һатып алыусыларына күңелгә ятышлы ташламалар әҙерләгән. Тик Һеҙҙең өсөн 18 декабрҙән 31-енә тиклем 10 проценттан алып 50 процентҡа тиклем ташламалар бүләк итә (ташламалар ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә генә).

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр, балалар һәм үҫмерҙәр әйберҙәренең киң ассортименты, өйҙә кейә торған әйберҙәр, эске кейемдәр, шулай уҡ янсыҡтар, бәләкәй ыҡсым сумкаларҙан алып тәгәрмәсле күп һыйҙырышлы ҙур сумаҙандарға тиклем, ҡайыштар, яулыҡ, шарф, бирсәткә һәм бик күп тауар ҡуйылған.
Магазинда ҡышҡы әйберҙәр айырым урын биләй: куртка, мех ҡуйылған һәм унһыҙ булған пуховиктар, оҙон һәм ҡыҫҡа пальтолар, тун, паркалар, жилеттар, ярым комбинезон, йылы бейәләй һәм шапкалар, шулай уҡ төрлө үлсәмле аяҡ кейеме. Әйткәндәй, был магазинда ҡышҡы оҙайлы байрам ялы көндәренә әҙерләнергә мөмкин – саңғы шыуыу өсөн костюмдар, балыҡсылар һәм һунарсылар өсөн камуфляж әйберҙәр бар.
Яңы йыл байрамы – мөғжизәләр ваҡыты. Был бигерәк тә балалар өсөн күңелле мәл. Яңы йыл байрамы күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн һәр кем байрам сараларына матур әйбер кейергә хыяллана. “МЕГА ПЛАНЕТА” магазины балалар өсөн күп төрлө байрам, тантана кейемдәре, әкиәт һәм йән-һүрәттәр батырҙары костюмдарын тәҡдим итә.
Йомшаҡ уйынсыҡ айыуҙарҙы барыһы ла ярата һәм бүләккә теләп ала. Магазинда уларҙың төрлө ҙурлыҡтағыһын – иң бәләкәйҙән алып, иң ҙурына тиклемде табырға мөмкин. Уларҙы күрһәгеҙ, мотлаҡ һатып алыу теләге тыуасаҡ.
Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!
Магазиндың адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урам, 6 (элекке универмаг бинаһы). Магазин ялһыҙ, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләй.
320028000116317 һанлы ОГРНИП.
Реклама нигеҙендә