Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
27 Ноябрь 2020, 11:30

Быймалары уңайлы һәм матур

Заманында киң популярлыҡ яулаған быймалар хәҙер йәнә ҙур һорау менән ҡулланыла башланы.

Магазиндарҙа уларҙың йәнең теләгәнен табырға була. Әммә боронғо ысул менән ҡулдан баҫылған быймаларҙы һораусылар күберәк, сөнки улар йылы, йомшаҡ һәм ныҡ. Таҙартылған һарыҡ йөнө ҡулланғанлыҡтан, уларҙың формаһы һаҡлана һәм ултырмай.
Мәсетле районында Ләмәҙтамаҡ ауылынан Гөлназ һәм Иштуған Ғәүнетдиновтар, боронғо кәсепте тергеҙеп, эш башлайҙар. Ун йыл дауамында быйма баҫып, Ғәүнетдиновтар үҙҙәрен был һөнәрҙең ысын оҫталары итеп күрһәтергә өлгөрҙө. Улар етештергән сифатлы, хаҡы буйынса ҡулайлы ҡышҡы аяҡ кейеме райондаштары һәм күрше район халҡы араһында ҙур һорау менән ҡулланыла.
– Беҙ быймаларҙы 100 процент таҙа һарыҡ йөнөнән етештерәбеҙ, заман талаптарын иҫәпкә алып, милли биҙәктәр һалабыҙ. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә төрлө үлсәмдәге һәр быйманы етештергәндә бар күңелебеҙҙе биреп эшләйбеҙ. Беҙҙең быймалар кейергә уңайлы, килешле, зауыҡлы итеп биҙәлгән, сатлама һыуыҡта һеҙҙе йылытыр, – ти Ғәүнетдиновтар.
Ләмәҙтамаҡ ауылында быйма баҫыу цехы янындағы магазинда төрлө үлсәмле, сигелгән һәм йәбештерелгән сағыу биҙәкле, йәнең теләгән быйманы һайлап алырға мөмкин.
Йомшаҡ быймаларға 8 (34770) 2-31-68, 8-987-613-09-06, 8-937-345-69-29 (WhatsApp) телефон һандары аша заказ бирергә мөмкин. Шулай уҡ әҙер аяҡ кейемен йөнгә алмаштырыу мөмкинлеге бар.
Реклама нигеҙендә.
310022036400019 һанлы ОГРН.
Һүрәттә: Быйма баҫыу оҫталары әйберҙең тышҡы күренешен биҙәүҙә бар күңелен биреп эшләй.
Милли башҡорт биҙәге менән баҫылған быймалар.