Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Минзәлә Ғәйнелйәнова ярымфабрикаттар тураһында күп белә. Ул ҙур булмаған цехында билмән, манты һәм кәтлит әҙерләп, Мәсетле халҡын тәьмин итә.
Эшен ике йыл элек асҡан. Ул тәүҙә үҙенең ғаиләһе, туғандары, таныштары өсөн билмән әҙерләй башлай. Бер аҙ ваҡыттан һуң заказдар ҙа ҡабул итә. Һуңынан һатыу өсөн билмәндәр эшләргә тотона. Уның был уйын ата-әсәһе хуплай, полуфабрикаттарҙы әҙерләүҙә ярҙамлаша, үлсәп ҡаптарға һала.
Цехта ит үткәргес менән уҡлауҙан башҡа бер ниндәй ҡорамал юҡ. Билмәндәр өсөн эслекте хужабикә үҙе әҙерләй. Әҙерләү сере ябай – иткә бер ниндәй ҙә өҫтәмәләр ҡушмай, тәме тәбиғи килеш ҡала. Шуға ла, һатып алыусылар әйтеүе буйынса, ярымфабрикаттарҙың тәме бик яҡшы. Ит һәм башҡа кәрәкле нәмәләр урындағы етештереүселәрҙән һатып алына. Билмән һайлау мөмкинселеге лә бар: һыйыр итенән һәм ҡатнаш иттән (һыйыр малы итенә сусҡа ите ҡушылған).
Билмән цехында ете кеше эшләй. Коллектив берҙәм, татыу. Тәүлегенә 50 килограмм һәм унан да күберәк ризыҡ әҙерләйҙәр. Эш сәғәте ҡайһы ваҡыт 10-12 сәғәткә һуҙыла.
– Хәҙер билмәндән башҡа манты, кәтлит әҙерләйбеҙ, ассортимент киңәйә, – ти Минзәлә Зөфәр ҡыҙы. – Етештереү үҫешә һәм бының менән генә сикләнеп ҡалмаҫбыҙ тип уйлайым. Беҙҙең маҡсат – хаҡтарҙы күтәрмәй, ризыҡтың сифатын яҡшыртыу.
Әҙер продукция “Монолит”, “Сәләм”, “Карина”, “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәктәрендә һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарының ҡайһы бер магазиндарында һатыла.
Ярымфабрикаттарға 8-996-579-69-29 һанлы телефон аша йә “Бәйләнештә” социаль селтәренең httrs://vk.com/ id183934161 сайтында заказ биреп була.
Биш ҡаптан күберәк заказ булғанда, Оло Ыҡтамаҡ ауылы буйынса илтеп биреү бушлай, ә 15 ҡап билмән һәм мантыға 5 % ташлама яһала.
Оҫта ҡулдар эшләгән ризыҡтар бик тәмле һәм хаҡы ла ҡулайлы.
9028000193262 һанлы ОГРН. Реклама нигеҙендә.