Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
28 Август 2020, 11:05

Шәмбе йәрминкәһе эше тергеҙелә

Аҙна һайын шәмбе район үҙәгендә йәрминкәнең үтеүе яҡшы традицияға әйләнгән ине, сөнки ул шәхси хужалыҡ эйәләренә үҙҙәре етештергән продукцияны һатыу, ә халыҡҡа уңайлы хаҡҡа сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеген бирә.

Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Юғары әҙерлек” режимы индерелеүгә бәйле, район халҡы араһында яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында ағымдағы йылдың 4 апреленән йәрминкә эше туҡтатылды.
Күп һанлы һорауҙар буйынса, 29 майҙа йәрминкә ҡабаттан эшләй башланы. Тик һатып алыусыларҙың, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһы ныҡ таралған төбәктәрҙән килеүселәрҙең күпләп йыйылыуы һәм уларҙың битлек режимын, социаль арауыҡты күҙәтмәүе арҡаһында, 8 июндә ул туҡтатылды.
“Роспотребнадзор”ҙың санитар-эпидемиологик талаптарын ҡәтғи күҙәтеү шарты менән 29 августан ял көнө йәрминкәһе эше тергеҙелә. Һатыусылар-ҙың мотлаҡ битлектәре, бирсәткәләре, дезинфекциялау саралары булырға тейеш, ә һатып алыусылар битлек режимын һәм социаль арауыҡты күҙәтергә бурыслы. Шулай уҡ йәрминкәнән ҡайтҡас, барыһының да ҡулдарын яҡшылап йыуыуы йәки антисептик менән эшкәртеүе һорала.
Санитар-эпидемиологик талаптар-ҙың күҙәтелеүен полиция хеҙмәткәрҙәре контролдә тотасаҡ. Юғарыла әйтелгән талаптар күҙәтелмәгән осраҡта, йәрминкә эше туҡтатыласаҡ.