Сифатлы һәм отошло

Киң ассортимент һәм ҡулайлы хаҡтар

Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Тыныслыҡ” супермаркеты бына инде 10 йылдан артыҡ эшләп килә. Сауҙа үҙәгендә аҙыҡ-түлек тауарҙарының күп төрлө булыуы халыҡты ҡыуандыра.
Шуныһы уңайлы: супермаркетта кәнфит һәм печеньены самалап, күпме кәрәк, шунса алырға була. Бакалея изделиелары ла күп төрлө. Һатып алыусыға һайлап алырға мөмкинселек бар.
Магазин кәштәләрендә – аҙыҡ-түлектең бай ассортименты. Бында кондитер изделиеларының төрлөлөгө күҙәтелә, ябай ғына печеньенан алып татлы пирогтар, иттән әҙерләнгән ризыҡтар, “Рамкор”, “Таврия”, “УМКК” ит комбинаттары етештергән ыҫлан-ған һәм башҡа бик күп колбаса төр-ҙәре, икмәк, ҡалас изделиелары һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатыуҙа һәр ваҡыт бар.
Супермаркеттың тағы ла бер өҫтөнлөгө – үҙҙәре етештергән ризыҡтар. Шуға күрә ҡурылған тауыҡ, пицца, бәлештәрҙе һатып алғанда, уның сифатына икеләнергә урын юҡ.
– Күмәс-бәлештәр бешергәндә үҙебеҙҙең фермерҙар етештергән яҡшы сифатлы итте ҡулланабыҙ, – тип һөйләй магазин мөдире Лилиә Әсбапова. – Шуға ла ҡулланыусылар-ға экологик яҡтан таҙа продукция тәҡдим итәбеҙ.
Унан тыш, кәштәләрҙә Мәсетле халҡы яратып өлгөргән икмәк, ҡамыр-ҙан бешерелгән төрлө изделиелар, сыр, иттән ярымфабрикаттар – урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы. Һатып алыусыларҙы көнбағыш, сәтләүек, киптерелгән емештәр, сифатлы йәшелсә ҡыуандыра.
Магазинда дисконт картаһы ғәмәлдә, ҡайһы бер төр тауарҙарға акциялар даими үтә. Шуға ла ташламалар менән аҙыҡ-түлек алыу мөмкинлеге бар.
Сауҙа нөктәһенең уңышлы эшләүенең сере – ауыл уртаһында урынлашыуында, эргәһендә автомобиль менән килеп туҡтау өсөн уңайлы туҡталҡаһы булыуында.
Ун йыл эшләү осоронда супермаркет ассортименты киңәйә, һатып алыусылар юғары кимәлдә хеҙмәтләндерелә. Бында магазин хужаһының һәм хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаҙаныштары ҙур. Бөтәһе 17 кеше – идара итеүсе, уның урынбаҫары, һатыусылар, ҡарауылсы, техперсонал, ҡаптарға бүлеп тултырыусы. Уларҙың һәр береһе үҙ эшен белеп һәм оҫта башҡара.
Ҙур, татыу коллективтың уңыш сере – магазин асылғандан бирле эшләп килгән хеҙмәткәрҙәрҙең берҙәмлегендә.
Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 26/1 адресы буйынса “Тыныслыҡ” супермаркетына килеп, отош-ло хаҡҡа тауарҙар һатып алығыҙ (“Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең беренсе ҡаты).

304022013200058 һанлы ОГРН.
Реклама нигеҙендә.