Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
1 Апрель 2020, 17:00

“Строймаркет” магазины

Оло Ыҡтамаҡ ауылында Сәнәғәт урамы, 2а/6 адресы буйынса (автозаправка ҡаршыһында) ике ҡатлы яңы магазин асылды.

Әгәр ҙә һеҙ ремонт эшләргә йыйынаһығыҙ йәки яҡшы сифатлы төҙөлөш материалы менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ икән, һеҙгә туп-тура “Строймаркет” магазинына юл. Бында өй һалыу, капиталь ремонт һәм биҙәкләү эштәрен башҡарыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмә бар.
Магазин бер нисә бүлектән тора. Беренсе ҡатта газ һәм шлак блоктары, кирбес, профтүшәмә, черепица, сайдинг, фанер, ОСП, йылытыу материалдары һатып алырға мөмкин. Ассортиментта шулай уҡ төҙөлөш ҡатышмалары, буяуҙар, обой һәм монтаж елеме, канализация өсөн торбалар. Магазинда һәр ваҡыт инструменттар, электр тауарҙары, газонокосилкалар, триммерҙар, ҡар таҙартыу техникаһы, йылытыу системаһы ҡорамалдары, һыу менән тәьмин итеү станциялары, мунса мейестәре бар.
Яҙ етеү менән баҡсасылар теплицалар һәм парниктар тураһында уйлана башлай. Бының өсөн сауҙа нөктәһендә ҡулайлы хаҡҡа поликарбонат, шулай уҡ әҙер теплицалар һәм уларға бөтә кәрәк-яраҡ һатып алырға мөмкин.
Магазиндың икенсе ҡатында иҙәнгә түшәү өсөн материалдар, инеү һәм бүлмә ишектәре, аҫылмалы түшәмдәр алырға мөмкин.
Иҙәнгә материал һайлағанда, уның сифатлы, уңайлы һәм йәтеш булыуы мөһим. Киң ҡулланылғаны – линолеум. Улар магазинда бик күп һәм теләгәнеңде һайлап алырға мөмкин.
Уңайлылыҡты өҫтөн күргәндәр паркет йәки пробка һайлай. Бындай иҙәндән йөрөүе рәхәт – ул йылы, аяҡ тауышы ныҡ ишетелмәй, бүлмәлә дымлылыҡты көйләй.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында иҙәнгә кварцвинил ябыуы тик “Строймаркет” магазинында ғына һатыла. Бындай иҙәндәр ныҡ тип иҫәпләнә.
Тәжрибәле һатыусылар тәҙрә һәм ишектәр һатып алырға ярҙам итәсәк, ә монтажлаусылар уларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм сифатлы итеп ҡуясаҡ.
Магазиндағы тауарҙарҙың киң ассортименты һәм ҡулайлы хаҡтар мәсетлеләргә ремонт эштәрендә ҙур ярҙам буласаҡ. Бында һәр һатып алыу-сы, бюджетының һәм тәжрибәһенең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бөтә кәрәк-яраҡты таба ала. Бынан тыш, магазинда даими рәүештә акциялар үткәрелә, тауарҙарға ташламалар яһала.
“Строймаркет” эш көндәрендә һәм шәмбе 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем тәнәфесһеҙ эшләй. Йәкшәмбе – ял. Район буйынса продукцияны алып барып биреү системаһы ғәмәлдә.
Реклама хоҡуғында.
311022010900012  һанлы ОГРН.