Бөтә яңылыҡтар

“Автотракторные запчасти” магазины ассортиментын киңәйтте

Башҡортостандың Төньяҡ-Көнсығышы буйынса автомобиль һәм тракторҙарға алмаш частар һатыусы иң эре һәм йылдам үҫешкән магазин хужалары Людмила Ғиниәтуллина һәм Рәүф Фәрхетдинов ассортиментын киңәйтте.

Хәҙер “Автомобиль һәм трактор алмаш частары” магазинында һөт һауыу аппараттарына, вакуумлы насостарға алмаш частар, сит ил автомобилдәренә фильтрҙар, гайкалар, болттар һатып алырға мөмкин.
– Бөгөн күпселек крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа һыйыр һауғанда аппараттар ҡулланалар. Шуға күрә уларға алмаш частар ҙа кәрәк була башланы. Һөт продукттары етештереү өсөн ҡулланылған ҡорамалдың ваҡыты-ваҡыты менән теге йәки был детален алмаштырырға кәрәк булып китә. Был алмаш частар сифатлы булырға һәм барлыҡ заманса талаптарға һәм нормаларға тап килергә тейеш, – тип һөйләй Рәүф Рәфҡәт улы. – Уҙған йыл менән сағыштырғанда, магазиндың ассортименты ике тапҡырға артты. Шуға күрә ике ҡатлы яңы ҙур келәт төҙөлдө.
Һатыуҙа сит ил йөк һәм еңел автомобилдәренә, тракторҙарына фильтрҙар, гайкалар, болттар барлыҡҡа килде.
Магазинда шулай уҡ төрлө ҡайыштар, подшипниктар, ремкомплекттар, сальниктар бар, болттарҙың һәм гайкаларҙың киң ассортименты. Шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһына, тракторҙарға (МТЗ-80,-82,-1121, Т-150,-25,-16,-40, ДТ-75, ЮМЗ, К-70), йөк автомобилдәренә һәм махсус техникаға (ГАЗ, КамАЗ, ЯМЗ), комбайндарға (“Нива”, “Дон”, “Полесье”), бесән әҙерләү техникаһына, трактор тағылмаларына алмаш частар, РВД һәм резина-техник изделиелар, майҙар һәм автохимия бар.
“Автотракторные запчасти” магазины ул:
  • Тәжрибә – йөк автомобилдәре, тракторҙар, ауыл хужалығы, юл төҙөү һәм урман әҙерләү техникаһына алмаш частар һатыу менән 2008 йылдан шөғөлләнә. Магазин хужаһы алмаш частар һатыу буйынса ҙур тәжрибәгә эйә, махсус техниканың иң популяр маркаларының һәм моделдәренең эш принциптарын һәм техник үҙенсәлектәрен яҡшы белә;
  • Киң ассортимент – 50 меңдән ашыу төр тауар һатыуҙа бар. Бында күптән инде сығарылмаған техникаға һирәк осрай торған алмаш частарҙы табырға мөмкин;
  • Сифат һәм гарантия – етештереүселәр менән туранан-тура эш итеп, тауарҙың сифатын даими яҡшырта. Араларында иң эре етештереүсе заводтар – Чебоксар көслө агрегаттар заводы, Минск трактор заводы, Алтай моторҙар заводы, “Гидросила” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһы тәҡдим ителә. Шәхси эшҡыуар РФ ҡануниәтенә ярашлы эшләй: магазиндан һатып алынған тауарҙың сифаты яраҡлы булмаһа, уны алмаштырасаҡтар;
  • Хаҡтар – продукцияға отошло хаҡтар тәҡдим итә. Даими һәм күмәртәләп алыусы клиенттарға ташламалар яһала.
  • Магазиндың клиенттары Төньяҡ-Көнсығыштың эре предприятиелары, юл төҙөү, коммуналь хужалыҡ ойошмалары, автотранспорт предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар, автоһәүәҫкәрҙәр.
    Магазин Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Революция урамы, 121 адресы буйынса урынлашҡан. Иртәнге сәғәт 9-сы яртынан киске 7-се яртыға тиклем эшләй. Тел. 8-987-131-57-00.