Бөтә яңылыҡтар

“Fleur” сәскә лавкаһы

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында сәскәләр гөлләмәһе – ул уның матурлығына баҫым яһарға һәләтле биҙәүес. Сәскәләр – уны бүләккә алған ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ә бүләк итеүсенең дә күңелен күтәрә.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Fleur” сәскә лавкаһында профессиональ флорист Анна Окунцева эшләй. Тере сәскәләрҙән ул шедеврҙар яһай. Унда тантаналарға ла, бер ниндәй һылтау-һыҙ былай ғына бүләк итеү өсөн дә гөлләмәләргә һәм композицияларға заказдар биреп була.
Күп төрлө тере сәскәләрҙән тыш, магазиндарҙа гөл һауыттарына ултыртылған үҫемлектәр, туйға биҙәүестәр һәм байрам өсөн башҡа тауарҙар бар.
– Һауыттарҙағы гөлдәрҙе беҙ, ғәҙәттә, заказға килтерәбеҙ, әммә байрам алдынан беҙҙә ҡулай хаҡҡа орхидеялар, фикустар, раузалар, азалиялар, цикламендар, кампанулалар, гиацинттарҙың бихисап төрҙәре барлыҡҡа килде, – тип уртаҡлаша Анна.
Шулай уҡ оҫта-флорист тантаналар өсөн банкет залын биҙәйәсәк һәм бүләгегеҙҙе матур итеп ҡапҡа төрәсәк.
Аннаның һөнәри кимәленең юғары булыуы тураһында уның күп һанлы дипломдары һәм сертификаттары һөйләй. Етмәһә, яңыраҡ ул аэродизайнер курсын үтеп, һауа шарҙарынан үҙенсәлекле сәскәләр яһай башлаған.
Заказсылар Анна Окунцеваның эштәренән ҡәнәғәт ҡала һәм уға тағы ла әйләнеп килә, уның тураһындағы яҡшы һүҙҙәрҙең күп булыуы шуны раҫлай.
Магазинда килтереп биреү хеҙмәте лә бар. Сәскәләрҙе Оло Ыҡтамаҡ ауылы кешеләре генә түгел, ә ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә заказ менән алдыра ала.
Заказды Интернет аша vk.com/ okuncevaanna сайтында, 8-927-962-46-53 телефоны йәиһә Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Салауат Юлаев урамы, 8А адресы буйынса яһарға мөмкин. “Fleur” сәскә лавкаһының эш тәртибе: дүшәмбенән йомаға тиклем – 9.00 – 18.00, шәмбе – 9.00 – 13.00, йәкшәмбе – шылтыратып саҡырыу.
312022007400026 һанлы ОГРН .
Реклама хоҡуғында.