«Мәскәүҙә электән «Әрмәнстан», «Воронеж», «Һарытау» ресторандары эшләй, бына хәҙер тәүгә «Башҡортостан» рестораны ла асылды, мин быға бик шатмын, — тип яҙҙы республика етәксеһе. — Башҡорттар – Рәсәйҙә һан буйынса дүртенсе милләт, Мәскәүҙә яҡташтарыбыҙ күп. Хәҙер унда уларҙың яратҡан ризыҡтарынан ауыҙ итеү, йыр-моңдарыбыҙҙы тыңлау, яҡташтар менән аралашыу өсөн тыуған мөйөшө бар. Аш-һыуыбыҙ һәм ҡунаҡсыллығыбыҙ Башҡортостан менән бәйле булмаған ҡунаҡтарға ла оҡшар тип ышанам».
«Минеңсә, уның сифаты бик юғары, үҙегеҙ ҙә шуға инанырһығыҙ тип өмөтләнәм», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.