Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
20 Декабрь 2019, 14:00

Ә һеҙ быйма алдығыҙмы?

Ҡарлы ҡыш етеү менән һәр ҡай-һыбыҙ аяҡ кейеме һайлау тураһында уйлана башлай. Беҙгә, ҡышын сатлама һыуыҡтар булған төбәк халҡына, аяҡтарыбыҙға йылы, ә аяҡ кейемдәренең уңайлы булыуы һәм өҫтәмә тәрбиә талап итмәүе мөһим. Традицион урыҫ быймалары ана шундай характеристикаға эйә.

“Ләкин быйма менән быйма араһында ла айырма бар”, – тиерһегеҙ һеҙ һәм хаҡлы буласаҡһығыҙ. Ысынлап та, сифатлы быйма иң яҡшы һарыҡ йөнөнән әҙерләнә һәм уртаса ҡатылыҡта, йылы, әммә ауыр булмаҫҡа тейеш.
Мәсетлеләр шәхси эшҡыуар Анатолий Попковтың баҫылған аяҡ кейемдәренә бына инде бер-нисә йыл ышаныс белдерә. Әҙер продукцияларын – быймаларҙы күршеләр Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Виктория” магазинында һата.
Магазин ассортименты аҙнаһына ике-өс тапҡыр тулыланып тора. Хаҡтары ҡулай, үлсәм рәте киң (13-сөнән алып 32-сегә тиклем) һәм юғары сифат – бына нимә йәлеп итә һатып алыу- сыларҙы.
Йөндән аяҡ кейеме баҫыу – борондан килгән кәсеп. Бөгөн быймалар сәнәғәт масштабында етештерелә. Ә Анатолий Ивановичтың цехында хәлдәр нисек һуң? Беҙ был процесты үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күрҙек. Цех эргәһендә беҙҙе эшҡыуар үҙе ҡаршы алды.
– Аяҡ кейемдәре баҫыу менән ете йыл шөғөлләнәбеҙ инде. Был кәсеп менән олатайым шөғөлләнгән, уның оҫталығы әсәйемә тапшырылған. Әсәйем өйрәтте лә инде мине был һөнәргә.
Беҙ цехтар буйлап ҡарап сыҡтыҡ. Күп көс талап иткән хеҙмәт йөн ҡабул итеүҙән башлана. Артабан барлыҡ йөндө сүптәренән таҙарталар һәм тетәләр. Шул рәүешле көнөнә 50 кг самаһы йөн эшкәртелә. Сеймалдан әҙерләмәләр барлыҡҡа килә.
Буласаҡ быйма тығыҙлыҡ һәм форма биреү өсөн йөндө әүәләү, баҫыу һәм пресс аҫтына ҡуйыу этаптарын үтә. Был процесс тамамланғандан һуң өҫтәлдә быйманы кирәләр.
Ҙур ағас барабанда станокта әҙерләмәләр һыу һәм юғары температура йоғонтоһонда баҫыла. Һөҙөмтәлә әҙерләмәнең ҙурлығы бер нисә тапҡырға бәләкәсәйә. Металл ҡалыптарҙа быймалар киптереү камераһына килә һәм 90-100 градуслы температурала 6 сәғәт буйы термик эшкәртеү үтә.
Был һуңғы этапта быймалар таҙартыла, ҡуңыс оҙонлоғо буйынса киҫелә һәм уларға келәймә ҡуйыла.
Быйма баҫыу – күп хеҙмәт талап иткән ҡатмарлы процесс. Һөҙөмтәлә беҙ рәхәтләнеп кейеп йөрөгән уңайлы һәм йылы аяҡ кейеме килеп сыға.
Анатолий Иванович ҡайһы бер етештереүселәр кеүек производствола кислоталар ҡулланмай. Шуға күрә ул “ШЭ Попков А. И.” маркалы быймаларҙың эйәләренә тик файҙа ғына килтерәсәгенә инанған.
Нөгөш быймаларының хаҡтары ла ҡыуандыра. Был урталыҡта эш итеүселәрҙән башҡа, етештереүсенең үҙе һатыуы арҡаһында шулай килеп сыға.
Һаулығығыҙҙы һәм ҡыш көнө аяҡтарығыҙҙың йылыла булыуын хәстәрләгеҙ – быймаларҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Виктория” магазинында йәки Нөгөш ауылында Потраков урамы, 3 адресы буйынса һатып алығыҙ.
315028000101545 һанлы ОГРН.
Реклама хоҡуғында.