Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
13 Декабрь 2019, 19:00

Яңы йылға иң матур күлдәктәр – “МЕГА ПЛАНЕТА”ла

Яңы йылға тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Кемдәрҙер уға әҙерләнеп тә ҡуйған инде, ә ҡалғандарҙы өйҙө гирляндалар менән биҙәү, шыршы ҡуйыу, бүләк алыу һәм, әлбиттә, матур кейем һайлау кеүек күңелле мәшәҡәттәр көтә.

Әгәр әле һеҙ күлдәк һайлап өлгөрмәһәгеҙ, һеҙгә тура “МЕГА ПЛАНЕТА” магазинына юл тоторға кәрәк. Яңы 2020 йылды ҡаршылау өсөн унда һеҙгә 900 һумдан башлап ике мең һумға тиклем суммаға бик күп төр күлдәктәр тәҡдим итәсәктәр. Магазинда барыһының да иҫен килтерерлек оҙон һәм ҡыҫҡа күлдәктәр-ҙең күңелегеҙгә оҡшағанын һайлап алырға мөмкин. Ә туфли һәм ыҡсым сумкаларһыҙ мөмкинме һуң инде?! Уларҙың да бында күп төрҙәре бар.
Яңы йыл байрамын бигерәк тә балалар көтөп ала. Яңы йыл тылсымға оҡшаһын һәм күңелле булһын өсөн уларҙың һәр береһе иртәлектәргә кейергә матур кейем тураһында хыяллана. “МЕГА ПЛАНЕТА”ла әкиәт һәм йәнһүрәт герой-ҙары костюмдары, матур кейемдәрҙең бай ассортименты тәҡдим ителә.
Әйткәндәй, оҙайлы ял көндәренә бөгөн үк бында тау шыуыу өсөн кос-тюмдар, балыҡ һәм һунар өсөн камуфляж һайлай алаһығыҙ.
Өй өсөн тауарҙарҙың киң ассортименты бер һатып алыусыны ла битараф ҡалдырмаҫ. Бында урын-ер ҡаралдылары, таҫтамалдар, мендәр-ҙәр һәм юрғандар һайлап алыу мөмкинлеге бар. Улар барыһы ла өйөгөҙҙө уңайлы һәм күркәм итәсәк.
Бынан тыш, магазиндың бай ассортименты даими яңыртыла. Ошо көндәрҙә яңынан ҡышҡы кейемдәр: курткалар, кофталар, кардигандар һәм аяҡ кейемдәренең төрлө үлсәмдәгеләре килтерелде.
“МЕГА ПЛАНЕТА”ла 13 декабр-ҙән йыл һуңына тиклем барлыҡ һатып алыусыларҙы 10-20 процентлыҡ Яңы йыл ташламалары көтә!
Магазин Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урам, 6 адресы буйынса (элекке универмаг) урынлашҡан. Эш ваҡыты иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем, ял көндәрһеҙ.
Реклама хоҡуғында.
318595800098616 һанлы ОГРН.