Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
27 Ноябрь 2019, 18:00

Ит магазины асыла

Ит – бик күп мал аҡһымдары, витаминдар һәм микроэлементтары булған, кешенең көндәлек рационын тәшкил иткән уникаль продукт. Шуға күрә яңы һуйып килтерелгән итте ҡайҙан алырға тигән һорау һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала.


Сифатлы аҙыҡ-түлекте өҫтөн күреүселәр яңы сауҙа нөктәһендә һәр ваҡыт һыуытылған яңы тауыҡ, күркә, һыйыр малы ите, шулай уҡ үткәрелгән һыйыр малы ите һатып аласаҡ. Һарыҡ, тауыҡ һәм сусҡа итенән һыуытылған шашлыҡ – һәр ваҡыт һатыуҙа.

Магазиндың үҙенсәлеге – ысын иттән үҙҙәре етештергән хуш еҫле өй колбасаһы.

Ваҡытты аҙ сарыф итеп өйҙәгеләрен тәмле һәм сифатлы ризыҡтар менән һыйларға теләгәндәр өсөн һәйбәт яңылыҡ: бында һеҙ туңдырылған мантылар, чебуректар, ҡыҫтыбый-ҙар һәм самсалар һатып ала алаһығыҙ.

Бар продукция фермерҙар тарафынан Башҡортостандың экологик яҡтан таҙа территорияларында ғына үҫтерелгән иттән етештерелә. Фермерҙар үҫтергән яңы һуйып килтерелгән иттең туңдырылған йәки шикле иттәрҙән өҫтөнлөгөн иҫбатлап тороу артыҡ булыр.

“МЯСО №1” “Пятерочка” магазины менән йәнәш урынлашҡан (“Вега” сауҙа үҙәгенә ҡаршы) һәм көн һайын 10.00-дән 23.00-гә тиклем эшләйәсәк. Унда ҡулаҡса менән һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү мөмкинлеге бар.


315028000121242 һанлы ОГРН.

Реклама хоҡуғында.



Әйткәндәй,

кешенең туҡланыу рационында ит мөһим урын биләй, сос-тавы һәм туҡлыҡлылыҡ үҙенсәлектәре буйынса уны гармониялы итә. Тәү сиратта ит – ул аҡһым. Ә аҡһым кешенең йәшәү эшмәкәрлегенең мотлаҡ көндәлек компоненты һәм күҙәнәктәрҙең төп төҙөлөш материалы булып тора, организмдағы алмашыныу процестарын көйләй.

Аҡһымдар тарҡалған ваҡытта кешенең аш эшкәртеү юлында 20-нән ашыу һәр төрлө аминокислоталар барлыҡҡа килә.

Унан тыш, ит бихисап минераль матдәләре менән ҡиммәтле. Ул – натрий, фосфор, магний, көкөрт һәм тимер берләшмәләре. Тимер – кеше ҡанындағы гемоглобин кимәлен көйләүсе компонент.

Иттә кеше организмы өсөн файҙалы В төркөмө витаминдары бар, улар нервылар системаһының нормаль эшләүен тәьмин итә һәм энергияның алмашыныуы өсөн яуап бирә. Иттең уникаль составы һәм үҙенсәлектәре барыһы бергә кешенең нормаль физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген тәьмин итә.