Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
22 Ноябрь 2019, 13:00

Мега Планета – ул матур һәм уңайлы кейемдәр донъяһы

Бер йылдан ашыу элек район үҙәгендәге универмагтың икенсе ҡатында “Мега Планета” магазины асылғайны. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул арзан хаҡҡа тауарҙарҙың киң ассортименты менән мәсетлеләр араһында популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Магазинға хатта күрше райондарҙан да халыҡ кейем һатып алырға килә.

“Мега Планета” һәр ғаилә ағзаһы өсөн күркәм, уңайлы, арзан кейем тәҡдим итә. Бында ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн әйбер, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн коллекция, өйҙә кейеү өсөн әйберҙәр һәм эске кейем, шулай уҡ аҡса янсыҡтарының бай ассортименты, бәләкәй ыҡсым сумкаларҙан алып тәгәрмәсле ҙур сумаҙандарға тиклем, баш кейемдәре, яулыҡтар һәм шарфтар, бирсәткәләр һәм башҡа күп нәмә тәҡдим ителә.

Ҡатын-ҡыҙҙарға һәр осраҡ өсөн күп төрлө варианттар һайларға була: саф һауала йөрөргә, байрамдарға, эшкә һәм әүҙем ялға. Күп төрлө футболкалар һәм топиктар, уңайлы джемпер-ҙар, кардигандар, салбарҙар, юбкалар, блузкалар һәм хатта купальниктар.

Үҙегеҙ өсөн яңы образ һайлағыҙ һәм ҡыйыу рәүештә уны ғәмәлгә ашырығыҙ!

Уңайлы. Универсаль. Ҡулайлы. Эйе, былар барыһы ла “Мега Планета”ның ирҙәр өсөн коллекцияһы тураһында. Ғәҙәти булмаған графика менән рубашкаларға йәки шаҡмаҡлы, буйлы классик, шулай уҡ төрлө джемперҙар һәм толстовкалар. Джинсы салбар менән кейеү өсөн футболкаларҙың төрлө варианттарын һайларға мөмкин. Балыҡҡа һәм һунарға йөрөргә яратыусылар өсөн камуфляж кейем бар.

Уйнап алайыҡмы? Ҡыҙыҡлы һүрәттәр менән күңелле футболкалар һәм майкалар. Бәләкәй һылыуҡайҙар өсөн сағыу кофталар һәм сарафандар. Шуҡ малайҙарға стилле бейсболкалар, уңайлы шортылар, джинсы. Мәктәп өсөн модалы кейем.

Шулай уҡ магазинда өй өсөн тауарҙар тәҡдим ителә: урын-ер ҡаралдылары, таҫтамалдар, мендәрҙәр һәм юрғандар – былар барыһы ла өйөгөҙҙә уңайлы мөхит булдыра.

Магазинда ҡышҡы кейемдәр айырым урын биләй: курткалар, мехлы һәм мехһыҙ пуховиктар, оҙон һәм ҡыҫҡа пальтолар, паркалар, спорт костюмдары һәм йылы кейемдәр, жилеттар, ярым комбинезондар, йылы бейәләйҙәр, шулай уҡ төрлө үлсәмдәрҙәге аяҡ кейемдәре!
Магазин етәкселеге һатып алыусылары өсөн яҡшы бонус әҙерләгән – ноябрь һуңына тиклем бында бар тауарға 5% ташлама яһала!
“Мега Планета”ға килегеҙ. Бында һеҙҙе яҡшы тәьҫораттар һәм кәйефте күтәрерлек матур тауарҙар көтә.
Магазиндың адресы: Үҙәк урам, 6 (ЭЛЕККЕ УНИВЕРМАГ БИНАҺЫ). Ялһыҙ иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләй.
Реклама хоҡуғында.

318595800098616 һанлы ОГРН.