Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
15 Ноябрь 2019, 14:00

Мәсетле профтүшәмәһе

Шәхси эшҡыуар Владис-лав Тимербаевтың предприятиеһында цинкланған һәм полимер вариантта ике төр профтүшәмә сығаралар: С10 һәм С20. Был маркалар профтүшәмәләр араһында иң популяр булып иҫәпләнә.

С10 профтүшәмәһе. Башлыса ул стеналарҙы тышлау өсөн ҡулланыла, әммә ҡыйыҡ япҡанда ла тотоноусылар бар (аҫтына таҡталарын йыш һал-ған осраҡта). Был материалдың ныҡлығы һәм ҡатылығы уны ҡойма булараҡ ҡулла-нырға мөмкинлек бирә. Экономлы булыуы һәм ҡатмарлы климат шарттарына бирешмәүе һөҙөмтәһендә уны бина нигеҙен бетон менән ҡойоп күтәрер алдынан тышын тотоп тороусы материал итеп файҙаланырға була.
С 20 профтүшәмәһе. Профтүшәмәнең был маркаһын ҡулланыу өлкәһе бик киң. Атап әйткәндә, ул монтажлағанда талап ителә. Бындай конструкциялар оҙаҡ хеҙмәт итә һәм бик ныҡ. табаҡтар хатта ҡалын ҡар аҫтында ла бөгөлмәй.
Ҡыҙыл, һары, йәшел!

Юҡ, был светофор төҫө түгел, ә профтүшәмәләр. Бында клиенттың теләге буйынса популяр күк, йәшел, сейә төҫтәрен дә, шулай уҡ “шоколад”, “слоновая кость” кеүек модала булған яңы төҫтәрҙе лә сығаралар.

Төҙөлөш материалының был төрө хәҙер киң популярлыҡ яулауы һәм уға һорау ҙур булыу менән бәйле эшҡыуарҙың цехы бер ҡасан да буш тормай. Мәсетле профтүшәмәһе етештереүсегә төҙөлөш материалын килтергәндәрен аҙналар буйы көтөргә теләмәгәндәр ҙә мөрәжәғәт итә, бында уны заказ биргән көндә үк әҙерләйәсәктәр һәм килтереп бирәсәктәр.

Цех ҡорамалдары – иң заманса, уның ярҙамында юғары сифатлы һәм ныҡлы изделие бар талаптарға ярашлы сығарыла. Рулондарҙағы тимер менән илебеҙҙәге төп етештереүселәр тәьмин итә. Араларында тимер изделиелар сығарыу өлкәһендәге флагмандар – “Магнитогорск металлургия комбинаты” һәм “Северсталь” бар. Үҙ өлкәһендәге лидерҙар менән эш итеп, эшҡыуар әҙер продукцияның юғары сифатын гарантиялай.
Барыһы ла стена һәм ҡыйыҡ өсөн!

Шәхси эшҡыуарҙың предприятиеһында үҙҙәре сығар-ған профтүшәмәнән тыш, матур, заманса, ышаныслы ҡыйыҡ һәм өй стеналарын тышлау өсөн сифатлы төҙөлөш материалы һатып алырға була. Металдан черепица, тимер сайдинг, профилле торбалар, НКТ торбалар, мөйөштәр, арматура, йылытыу материалдары, йөҙләү өсөн һәм ябай кирбестәр, газоблоктар, цемент һәм башҡалар бар. Шулай уҡ эшҡыуар теплицалар һәм эскәмйәләр, профтүшәмә менән тимер сайдингтар өсөн кәрәкле элементтар әҙерләй.

База Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 2”А”/7 адресы буйынса урынлашҡан (автозаправка ҡаршыһында). Барлыҡ һорауҙар менән 8-917-791-79-14 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.
30402201350004 һанлы ОГРН.

Реклама хоҡуғында.