Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
13 Ноябрь 2019, 12:00

“Сыбаркүл ҡошо” мәсетлеләрҙе һатып алырға саҡыра

Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Рынок” сауҙа үҙәгендә яңы “Сыбаркүл ҡошо” магазины асылды.

Төньяҡ-Көнсығышта ул был өлкәләге иң яҡшы тип табылған һәм Сифат билдәһенә эйә булған предприятиеның туҡланыу продукттарын һатыуҙа махсуслашыусы тәүге фирма магазины. 40 йылдан ашыу инде уға миллионлаған рәсәйлеләр ышаныс белдерә.

Магазинда һатып алыусыларҙы һәр ваҡыт сифатлы һәм яңы продукция көтә. Быға шик юҡ, сөнки аҙыҡ-түлек аҙнаһына кәм тигәндә лә ике тапҡыр килтерелә. Төп тауар – ҡош ите, колбаса изделиелары, ярымфабрикаттар (кәтлиттәр, шашлыҡ), ҡоштарҙың эс-ҡарыны, билмән, йомортҡа, шулай уҡ баш- ҡа продукция. Бында даими рәүештә ташламалар һәм акциялар уҙғарыла. Улар тураһында һеҙгә WhatsApp төркөмө аша хәбәр итәсәктәр. Бының өсөн телефон номерығыҙҙы һатыусыға биреп ҡалдырырға кәрәк.

Шулай уҡ магазин алдан бирелгән заказдар буйынса эшләй. Әгәр һеҙҙә ниндәйҙер сара планлаштырыла икән, һеҙ, мәҫәлән, кәрәкле күләмдә тауыҡ шашлығы йәки маринадланған ярымфабрикатҡа заказ бирә алаһығыҙ.

“Сыбаркүл ҡошо” – эре һәм даими үҫешеүсе агрохолдинг. Ул экологик яҡтан таҙа зонала – курортлы Илмән ҡурсаулығы районында урынлашҡан. Себештәрҙе үҫтереү өсөн бында прогрессив технологиялар ғына түгел, ә үҙ аҙыҡтарын да файҙаланалар, уларҙа допингтар һәм үҫеш стимуляторҙары ҡулланылмай. Йомортҡа продукцияның юғары сифатын йомортҡа һарыһының ҡуйы һары төҫтә булыуы раҫлай. “Сыбаркүл ҡошо” етештереүселәре үҙҙәренең төп бурысын һатып алыусыларға яңы һәм сифатлы продукттарҙы килтереп еткереүҙә күрә.
Магазиндың адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урамы, 7 “А”, “Рынок” сауҙа үҙәге.

Эш режимы: 09.00 – 19.00, тәнәфес-һеҙ һәм ялһыҙ.
1140280037039 һанлы ОГРН.

Реклама хоҡуғында.