Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
27 Октябрь 2019, 12:02

Такси, шиномонтаж, диагностика – бөтә бер ерҙә

“Беҙҙең кешеләр таксиҙа күмәсханаға йөрөмәй”, – тип әйтә торған заманалар үткән. Бөгөн такси хеҙмәттәре популяр һәм талап ителә. Сөнки уңайлы – һеҙҙе теләһә ҡай-һы ваҡытта һәм теләгән бер урынға алып бара алалар.


Күрһәтелеүсе хеҙмәттәр-ҙең хаҡы һәм хәүефһеҙлеге, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнай. Андрей Чусовтың такси хеҙмәте – районда иң арзандар-ҙың береһе. Ә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты – һәр ваҡыт юғары.

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген Андрей Николаевич 1999 йылда башлай. Быға тиклем ул үҙе бер нисә тиҫтә йыл водитель булып эшләй, шуға күрә шунда уҡ клиенттарға юғары сервис һәм ҡулайлы хаҡтар-ҙы нисек тәьмин итәһен белә.

Андрей Чусовтың эшмәкәрлеге ғаилә бизнесына әйләнә, уға ул ҡатыны Инна Петровна менән бергә идара итә. Бөгөн уларҙың автомобилде тәрбиәләп тотоу буйынса тотош комплексы формалашҡан – автодиагностика, шиномонтаж, слесарь хеҙмәттәре, автойыуыу, такси. Былар барыһы ла бер урында.

Компьютер диагностикаһын һәм урынға сығыуҙы һорап тәүлектең теләһә ҡай-һы мәлендә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шиномонтажды Ан-дрей Николаевич үҙе лә эшләй ала. Уның эш тәжрибәһе ҙур – 20 йылдан ашыу.

Яңылыҡ елдәре үҙ “ҡорос атың”ды тәрбиәләү сегментына ла ҡағылды һәм автойыуыуҙа үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү хәҙер актуалгә әйләнде. Бындай мөмкинлек Чусовтар-ҙа ла бар. Ул күп кенә өҫтөнлөктәргә эйә. Беренсенән, автомобилеңдең бөтөнлөгөн тәьмин итеп йыуыу процесын үҙең контролләү һәр автоһәүәҫкәр өсөн мөһим. Икенсенән, арзан – 100 һумдан алып. Өсөнсө “плюс” – уңайлы: автойыуыу тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Ирле-ҡатынлы Чусовтар үҙ эштәренә ваҡыттарын һәм көстәрен генә һалмай, ә күңелдәрен дә бирә. Улар һәр хеҙмәттең иң юғары кимәлдә күр-һәтелеүен күҙәтә, сөнки үҙ дәрәжәләренең ҡәҙерен беләләр. Бизнес алып барыуҙағы ауырлыҡтар һәм көтөлмәгәнлектәргә ҡарамаҫтан, бурыс-тарын сифатлы үтәү һөҙөмтә-һендә уларҙың бизнесы эшкә һәләтле булып ҡала бирә.
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән такси, сервис хеҙмәте һәм автойыуыу номеры: 8 (34770) 2-00-01, 8 (962) 534-72-77.

Адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тыныслыҡ урамы, 28 (ЮХХДИ бинаһы менән йәнәш).
3190280000191 һанлы ОГРН.

Реклама хоҡуғында.