Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
26 Сентябрь 2019, 15:00

Йәш кондитерҙар

Балалар өсөн был донъя – тылсымлы һәм ғәжәйеп. Уны тағы ла тылсымлыраҡ итеү – һәр кемдең хәленән килгән эш.

21 сентябрҙә “Рынок” сауҙа үҙәгендә “Йәш кондитер” исемле ҡыҙыҡлы сара үтте. Уны эшҡыуар Наталья Зырянова ойошторҙо.

Балаларға йәш, әммә шул уҡ ваҡытта бик оҫта кондитер Виктория Крючкова етәкселегендә үҙ ҡулдары менән торт әҙерләү мөмкинлеге бирелде. Барыһына ла алдан алъяпҡыстар бәйләп, баштарына махсус ҡалпаҡтар кейҙерҙеләр. Тейешенсә әҙерләнгән йәш кондитерҙар ҙур энтузиазм менән эшкә тотондо. Улар алдына ябай булмаған бурыс ҡуйылды – ярымфабрикаттан әҙер продукция килтереп сығарыу. Был көндө ҡыҙҙар һәм малайҙар рәссамға әйләнде, әммә улар ҡулында ҡәҙимге ҡәләмдәр һәм буяуҙар урынына ысын кремдар һәм төрлө биҙәүестәр: мастиканан күбәләктәр һәм сәскәләр, кокос һәм шоколад юнысҡылары ине. Ата-әсәләр ситтән генә күҙәтеп торманы, ә балаларына татлы ризыҡ әҙерләргә ярҙамлашты. Әйткәндәй, сара кескәйҙәргә генә түгел, ололарға ла бик оҡшаны.

Балалар әлегә һөнәр һайламағандыр ҙа, әммә был оҫталыҡ дәрестәренән һуң араларында кулинария өлкәһендә эшләргә теләүселәр барлыҡҡа килгәндер. Татлы байрамдың маҡсаты ла шунда ине: малай һәм ҡыҙҙарҙы татлы һөнәр менән таныштырыу!

Бүләктәр тапшырыу оҫталыҡ дәресенең финаль аккорды булды. Үҙҙәре әҙерләгән ризыҡтарҙы йәш кондитерҙар дуҫтарын һыйлау һәм татлы байрам киҫәктәре менән уртаҡлашыу өсөн үҙҙәре менән алды. Барыһы ла байрамдан ҙур тәьҫораттар менән таралышты.

Хәҙер төрлө темаларға арналған бындай саралар һәр шәмбе уҙғарыласаҡ.
Бар акциялар, яңылыҡтар һәм саралар планын Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урам, 7А адресы буйынса “Рынок” сауҙа үҙәгенең беренсе ҡатындағы “Усадьба” магазинында белеп тора алаһығыҙ.

РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
Реклама хоҡуғында.