Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
26 Сентябрь 2019, 16:00

Тиҙ һәм тәмле!

Бургер – беҙгә Американан килгән уникаль аҙыҡ. Ул хәҙер бар Ер йөҙөндә популярлыҡ яулаған. Уның киң таралыуына ҡарамаҫтан, ысынлап та тәмле әҙерләгән урынды табыуы ҡыйын. Ә бына беҙҙең районда ул бар.


Кафе ике йыл элек асылғайны. Ошо ваҡыт арауығында бында ололарҙың да, балаларҙың да нимәгә өҫтөнлөк биреүҙәрен иҫәпкә алып, менюны, хеҙмәтләндереүҙе камиллаштырҙылар. Ингредиенттар сифатын даими контролдә тотоу – был күркәм урындың тағы ла бер ыңғай яғы.

“Бургер&Фри” директоры Елена Ғәләүетдинова кафе эшмәкәрлеге тураһында һөйләне: “Хәҙерге заман кешеһенең йәшәү темпы уға аҙыҡ әҙерләүгә күп ваҡыт ҡалдырмай. Шуға күрә тиҙ, тәмле һәм ваҡытында туҡланыуҙың файҙаһы – ул күптәр өсөн мөһим. Шунлыҡтан беҙ бындай йүнәлештәге кафе асырға булдыҡ. Һәр клиент тиҙ, минималь ваҡыт эсендә хеҙмәтләндерелә, бынан тыш, беҙ әҙер аҙыҡты өйгә илтеп биреүҙе лә ойошторабыҙ”.

Күңелле компания менән йыйылыуҙан тыш, балалар өсөн тыу-ған көндәр һәм ғаилә байрамдары уҙғарыу өсөн Мәсетле районында булған һирәк урындарҙың береһе ул “Бургер&Фри” кафеһы. Бында акциялар, конкурстар, төрлө бүләктәр уйнатыу даими уҙғарылып тора. Мәҫәлән, 30 сентябргә тиклем һеҙ 700 һумдан ашыу суммаға аҙыҡ һатып алғанда, бүләккә картуф-фри биреләсәк.

Менюла бургерҙар, роллы, картуф-фри, наггетсы, тауыҡ ҡанаттары, төрлө соустар, хот-дог, чикен-роллы, шулай уҡ был ризыҡтарға ярашлы эсемлектәр. Тағы ла бында иртән уятып ебәрерлек сифатлы тәмле ҡәһүә эсеп сығырға мөмкин.

“Бургер&Фри”ла тик бөртөклө ҡәһүә, уртаса ҡурылған 100 процентлы арабика ҡулланыла.

Уҙған аҙнала кафе директоры балалар өсөн бушлай сара уҙғар-ҙы. Ул кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн шәп бүләк булды. Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың тырышып-тырышып үҙҙәренең бургер әҙерләүҙәрен ҡарап тороу күңелле ине. Оҫталыҡ дәресе йәш ҡатнашыусыларға был ризыҡты үҙҙәре теләгәнсә әҙерләй алыуҙарын күрһәтте. Үҙ шедеврҙарын тәмләп ҡарап, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

“Бургер&Фри” кафеһы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урам, 7А адресы буйынса “Рынок” сауҙа үҙәгенең беренсе ҡатында урынлаш-ҡан. Эш режимы: 9.00-дән 19.00-гә тиклем төшкө ашҡа ябылмай һәм ялһыҙ.
Бар яңылыҡтар, акциялар һәм иғландар “Бәйләнештә” социаль селтәрендә https://vk.com/ burgerfries берләшмәһендә баҫылып бара. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән 8-905-357-77-83 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Реклама хоҡуғында.