Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
24 Сентябрь 2019, 14:00

“Йәйғор” ассортиментын киңәйтте (20.09.19)

“Йәйғор (“Радуга”) салоны тәҙрәләр һәм ишектәр баҙарында ете йылдан ашыу эшләй. Ҙур тәжрибә һәр бер заказға индивидуаль ҡарарға мөмкинлек бирә.

Салонда һеҙгә ишектәрҙең, тәҙрәләрҙең, арка һәм жалюзиның оптималь варианттарын һайлаясаҡтар. Бында тимер һәм ағас өй ишектәре, ламинирланған, ПВХ һәм ағас тәҙрәләр, горизонталь һәм вертикаль жалюзи, аркалар тәҡдим ителгән.

Унан тыш – фурнитураның һәм ишек, тәҙрәләргә кәрәк-яраҡтарҙың киң ассортименты.

“Йәйғор” салоны “Галерея Окон” (тәҙрәләр етештереү) һәм “СССР” (ишектәр етештереү) кеүек компанияларҙың рәсми вәкиле булып тора. Банк ҡатнашлығынан тыш өс айға тиклем бүлеп түләү мөмкинлеге бар. Белгестең үлсәү өсөн барыуы – бушлай.

Салон ассортименты гараждар өсөн компактлылығы, хеҙмәт итеү срогының оҙайлығы һәм юғары хәүефһеҙлеге менән айырылып торған автоматик рәүештә күтәрелгән ҡапҡалар менән тулыланды.

Шулай уҡ бында һеҙ түшәмдәрҙең заманса һәм технологик төрөнә – аҫылмалы түшәмдәргә заказ яһай алаһығыҙ. Төҫтәрҙең күп төрлөлөгө, 1,2,3 кимәлдәге түшәмдәр ҡуйыу мөмкинлеге, текстур, төрлөсә яҡтыртылған, һырлы түшәмдәр, төҫтәрҙе һәм биҙәктәрҙе тура килтереү, яҡтыртыуҙың күп төрлөлөгө, ҡулайлы хаҡтар, башҡарыу ваҡытының ҡыҫҡалығы күңелдәрегеҙгә хуш киләсәк.

Унан тыш, һатып алыусылар өсөн “Йәйғор” салонында махсус тәҡдим: “Deckop” (Германия), “Глипсо” (Франция) туҡыма түшәмдәре, шулай уҡ һауа үткәреүсе түшәмдәр.


Салон Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында урын- лашҡан.

Заказды телефон аша ла бирергә мөмкин: 8 (905) 006-56-22, 8 (905) 355-47-25, 8-987-092-18-26, 2-57-22 (18.00 сәғәттән һуң шылтыратырға).


Реклама хоҡуғында.