Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
28 Август 2019, 12:05

Анна Окунцеваның сәскә кибете

Бына инде биш йылға яҡын Оло Ыҡтамаҡ ауылында профессиональ флорист Анна Окунцеваның “FLEUR” сәскә кибете эшләй. Ул ошо ваҡыт эсендә бик күп даими клиенттар яулауға ирешкән.


Анна креатив кеше һәм үҙенең эшен ниндәйҙер яңылыҡ индереп башҡарырға тырыша. Мәҫәлән, ғәҙәти булмаған төҫтәр йыйылмаһын һәм үҙенсәлекле каркас ҡуллана.

– Үҙ эшеңдә һәр ваҡыт үҫеш юлында булыу һәм заман менән бергә атлау мөһим. Бының өсөн мин күп уҡыйым, шул иҫәптән онлайн-курстар үтәм, – ти Анна. – Һәр тантанала гөлләмәнән дә яҡшыраҡ бүләк юҡтыр, тип иҫәпләйем. Шуға күрә эштәремде хайран итерлек итеп башҡарырға тырышам.

Кибеттә сәскәләрҙең киң ассортименты, шулай уҡ түбән хаҡтар тәҡдим ителә. Сәскәләр һәр ваҡыт яңы өҙөлгән кеүек булһын өсөн, тауар һыналған һәм ышаныслы подрядсыларҙан күп булмаған партия менән һатып алына. Бигерәк тә төрлө төҫтәге раузаларҙың һәм хризантемаларҙың ассортименты киң. Даими клиенттарға һәм ҙур гөлләмә (мәҫәлән, 20 һәм унан күберәк раузалар) һатып алырға теләүселәргә ташламалар ҡаралған.

Шулай уҡ һәр бәхетле кеше Анна Окунцеванан “Бәйләнештә” селтәрендәге “Цветочная лавка Fleur” төркөмө аша иҫ киткес гөлләмә ота ала. Еңеүселәр махсус ҡушымта ярҙамында “осраҡлы” ысул менән билдәләнә.

Гөлләмәләр йыйыу оҫтаһы урынға сығып теркәү урындарын, туй, юбилейҙар һәм баш-ҡа тантаналар өсөн тәғәйенләнгән залдарҙы биҙәү, шулай уҡ кәләш гөлләмәһе, кейәү өсөн бутоньерка йыйыу, бүләкте матур итеп төрөү, гөлләмәне урынына алып барып биреү кеүек өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтә. Кибеттә шулай уҡ туй, тыуған көндәр, юбилейҙар һәм башҡа байрамдар өсөн тауарҙар һатып алырға мөмкин.


“FLEUR” сәскә кибете Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Салауат Юлаев урамы, 8 “А” адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: дүшәмбе-йома 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем, шәмбе 9-ҙан 15 сәғәткә тиклем, йәкшәмбе – ял. Килешеү буйынса күрһәтелгән ваҡыттан тыш эшләү мөмкинлеге ҡаралған.

Тел.: 8-927-962-46-53. Эл. почта: [email protected], ВКонтакте: https://vk.com/okuncevaanna.


ОГРН 312022007400026.

Реклама хоҡуғында.