Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
8 Август 2019, 13:00

Һеҙҙең матурлыҡ – беҙҙең эш

Һәр бер ҡатын-ҡыҙҙың, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һылыуыраҡ булғыһы килә. Хатта иң сибәр ҡатындар ҙа һәр ваҡыт тәбиғәттән бирелгәнен арттырырға теләй һәм бының өсөн мөмкин булған барлыҡ саралар һәм ысулдарҙы файҙалана.


20-нән 25 йәшкә тиклем әле олоғайыуға ҡаршы процедуралар исемлеге һәм йәшәртеүсе кершәндәр составы менән ҡыҙыҡһынырға кәрәкмәй. Әгәр беҙ инде 25-тән 30 йәштәге кешеләр икән, был осорҙа беренсе тапҡыр йөҙөбөҙҙәге йәш сағылыштары һәм йәшлекте һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән косметик процедуралар яһау кәрәклеге менән осрашабыҙ. 30 йәштән башлап тирене тәрбиәләү сараларын дөрөҫ һайлап алыу, йәшкә ҡаршы артабанғы саралар тактикаһы буйынса кәңәштәр алыу өсөн генә булһа ла косметологка даими, кәмендә йылына 1-2 тапҡыр йөрөргә кәрәк.

“Престиж” салонының косметология кабинетында һеҙгә иң заманса технологияларҙы тәҡдим итәсәктәр. Бында хеҙмәттәр даирәһе райондағы иң киңдәрҙең береһе. Күп ханымдар үҙ эшенең оҫтаһы Гөлназ Ниғмәтуллина менән таныш, уларға уның алтын ҡуллы булыуын аңлатып тороу артыҡ. Әйтергә кәрәк, Гөлназ косметология буйынса сертификациялы белгес, ул профессиональ тәрбиәләүҙе бойомға ашыра: ҡағиҙә булараҡ, процедуралар еңел һәм, өҫтәмә тонус күтәреүгә йәки тиренең яңырыуына стимул булараҡ, уны таҙартыуға йүнәлтелгән.

Тире өсөн иң нәтижәле тергеҙеүсе методтар араһында түбәндәгеләр алдын- ғылыҡты бирмәй: биткә, муйынға массаж, Жаке буйынса пластик массаж, ҡулдар һәм биткә парафинотерапия, төрөү, битте косметик саралар менән таҙартыу, битте ультратауыш ярҙамында таҙартыу, микроток терапияһы, шугаринг, ҡолаҡ тишеү һәм башҡа күп нәмәләр. Хаҡтар бында бик тә ҡулайлы. Миҫал өсөн, профессиональ маска 200 һумға төшәсәк. Бит массажы – 300 һум.

Кабинет эше иң яңы технологиялар һәм препараттарҙы (Pleyana профессиональ швейцар косметикаһы) файҙаланыуға нигеҙләнгән, улар әүҙем компоненттарға тиренең иң тәрән ҡатламдарына үтеп инергә мөмкинлек биреүсе наносомаларға нигеҙләнгән. Был ғәҙәттәге, әммә бик ҡиммәтле тәрбиәләү саралары хәл итә алмаған бик-бик күп проблемаларҙы бөтөрөү мөмкинлеге бирә.

Купероз (бит тиреһендәге ҡыҙыл селтәр), тире төҫөнөң үҙгәреүе, ҡара нөктәләр, тире тығыҙлығының һәм һығылмалылығының түбәнәйеүе – быларҙың барыһы ла косметологта бер тапҡыр булғандан һуң уҡ проблема булыуҙан туҡтаясаҡ. Һеҙҙең тирегеҙ артыҡ ҡоро йәиһә, киреһенсә, майлымы? Был – еңел хәл ителеүсе проблема! Бер тап-ҡыр косметологта булырға кәрәк һәм һеҙҙең тире балҡып китәсәк, үҙенең сәләмәт төҫө менән һөйөндөрәсәк.

Һеҙгә бик күп төрлө процедуралар тәҡдим итәсәктәр, ә белгес уларҙың әлеге мәлгә иң һөҙөмтәлеһен кәңәш итәсәк. Был кабинетта Өфөнөң алдынғы салондарында һәм башҡа эре ҡалаларҙа файҙаланылыусы иң яңы косметик продукттар ҡулланыла – һеҙ мотлаҡ ҡәнәғәт ҡаласаҡһығыҙ, ә һөҙөмтә иҫ киткес буласаҡ!

Әйткәндәй, тәҡдим ителеүсе процедуралар ханымдарға ғына түгел, ә ирҙәр өсөн дә тәғәйенләнә, уларҙың күптәре даими клиенттар булырға өлгөргән дә инде.

Шулай уҡ туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙға бүләккә косметолог, парикмахер, маникюр хеҙмәттәренә сертификаттар һатып алырға мөмкин.

Адресы: “Рынок” сауҙа үҙәге, 3-сө ҡат, “Престиж” салоны.

Реклама хоҡуғында.