Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Заманса һәм сифатлы

Заманса һәм сифатлы ҡорамалда махсус химик саралар ярҙамында тиҙ һәм арзанға йыуыу. Үҙ автомобилегеҙҙе “Pit Stop”-ҡа ышанып тапшырығыҙ.

Автомобиль хужаларының күбеһе үҙ автомобилдәрен ҡарап тотоу өсөн иң яҡшы сервисты эҙләй. Хәҙер беҙҙә лә ундай бар. Күптән түгел район үҙәгендә “Pit Stop” автомобилдәр йыуыу үҙәге асылды. Ул яратҡан автомобилегеҙҙе ялтыратып ҡуйып, иң талапсан ҡулланыусының да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәсәк.

Республикабыҙҙың Төньяҡ-Көнсығышында һауа шарттары әллә ни ҡыуандырмай. Һөҙөмтәлә автомобилдәрҙең тышҡы торошоноң йәме китә башлай. Шуға күрә автомобилдең тыш-ҡы таҙалығы тураһында ваҡытында хәстәрлек күрергә кәрәк. Машинаның матур тышҡы торошо – ул автомобилегеҙҙең ғүмерен оҙайтыу ғына түгел, ә тирә-яҡтағыларға уның хужаһының статусын һәм мәҙәниәтен күрһәтеү ҙә. “Pit Stop” Һеҙгә автомобилегеҙҙең ғүмерен оҙайтырға ғына түгел, ә тышҡы торошон матур тоторға ла ярҙам итәсәк.

Автосервистың юғары квалификациялы белгестәре автомобилегеҙҙе, уның двигателен йыуасаҡ, салонын полиролләйәсәк, тәгәрмәстәрен монтажлаясаҡ, балнаслаясаҡ, тишелгән тәгәрмәстәрҙе ремонтлаясаҡ, майын алмаштырасаҡ һәм башҡалар. Һеҙҙең автомобилегеҙҙе ҡараған арала Һеҙгә клиенттар зонаһында ял итеп, телевизор ҡарап, сәй эсеү мөмкинлеге бар.

“Pit Stop” ярты йыл элек асылды, әммә шул ваҡыт эсендә өс йөҙҙән ашыу даими клиенттың хөрмәтен яулап өлгөрҙө. Бында акцияларға иғтибар бүленә. Даими бонус программаһы сифатында ташламалар йыйыу картаһы ғәмәлдә булып ҡала – етенсе тап-ҡыр килгәндә, автомобилде бушлай йыуалар. Һәр йәкшәмбе бишенсе, унынсы, ун бишенсе, егерменсе машинаға 50% ташлама яһала.

Шулай уҡ бында Һеҙгә келәмдәр, пледтар, дорожкалар, балалар креслоларын йыуыу буйынса өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтәсәктәр.

Шәхси эшҡыуар Ф. Ф. Ҡәйүмовтың “Pit Stop” автомобиль йыуыу һәм тәгәрмәстәр монтажлау сервисы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 2 Б адресы буйынса (сәнәғәт зонаһы) урынлашҡан. Иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 11-гә тиклем эшләй.

Яңылыҡтар һәм акцияларҙы Һеҙ уларҙың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге https://vk.com/public173951138 төркөмөндә күҙәтеп бара алаһығыҙ.

Тәҡдимдәрегеҙҙе һәм заявкаларығыҙҙы 8-906-108-30-45; 8-965-946-98-20 телефон һандары буйынса еткерергә мөмкин.


Түләүле нигеҙҙә баҫыла.