Бөтә яңылыҡтар

Матурлыҡ һәм йәшлек бүләк итәбеҙ

Мөмкин тиклем оҙағыраҡ матур һәм һөйкөмлө килеш һаҡланыу – һәр ҡатын-ҡыҙҙың хыялы. Бының өсөн йәшлекте һәм биттең, ҡулдарҙың, тәндең сәләмәтлеген һаҡлауҙың, ҡабарып торған сәстәргә эйә булыуҙың бар ысулдары файҙаланыла. Үкенескә күрә, практика бында белгестәрһеҙ йәшәп булмауын күр-һәтә.

Бына шунда мөғжизәләр тыуҙырыусы оҫталар эшләгән матурлыҡ салондарын эҙләү башлана ла инде. “Рынок” сауҙа үҙәгендә хужабикәһе, оҫта парикмахер Лилиә Миңғазова етәкселегендә бер йыл эшләп килгән “Империя красоты” тип аталған ана шундай салон Оло Ыҡтамаҡ ауылында ла бар.

Был салонда сертификаттары булған ике оҫта – бер парикмахер һәм бер тырнаҡ сервисы оҫтаһы хеҙмәт итә, улар сәстәрҙе рәткә килтереү, киҫеү, буятыу, кисәләр өсөн прическалар яһау, кератин турайтыу, төбөнән ҡабартыу, маникюр, педикюр, тырнаҡтарҙы яһалма үҫтереү, биотатуаж, шугаринг, яһалма керпектәр үҫтереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.

Салонда идеаль таҙалыҡ хөкөм һөрә, бында СанПин нормалары теүәл үтәлә.

Һәр клиентҡа индивидуаль ҡараш тәьмин ителә. Хеҙмәттәр иң юғары кимәлдә башҡарыла, хаҡтар ҙа ҡулайлы, клиенттар-ҙың даими ыңғай баһалары шул хаҡта һөйләй.

Эштәрендә Германия етештереүселәренең “Студия”, “Капус”, “Лонда” маркалы һәм башҡа материалдар файҙаланыла.

Ай һайын акциялар уҙғарыла: ике хеҙмәт өсөн түләгәндә, өсөнсөһө – бүләккә. Пенсия йәшендәге кешеләргә ташламалар яһала.

– Беҙ клиенттарыбыҙҙы яратабыҙ һәм шуға ла бер урында тапанмайбыҙ, даими камиллашабыҙ, матурлыҡ донъяһындағы барлыҡ яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынабыҙ, ваҡыт һәм мода менән бергә атлайбыҙ, – ти салон хужабикәһе.

– Мин уйлағандарымды тормошҡа ашыра алдым, беҙгә ауылыбыҙҙың ғына түгел, ә тотош район халҡының йөрөүе күңелде күтәрә. Беҙ быны баһалайбыҙ, сөнки һеҙ – беҙҙең уңыш! Беҙ һеҙгә бик шатбыҙ!
Салонға 8-986-974-18-07, 8-987-108-35-07 телефондары буйынса шылтыратып, “Бәйләнештә”ге “Империя красоты” төркөмөндә (https://vk.com/public168211959) йәки Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урамы, 7 “а” адресы буйынса “Рынок” сауҙа үҙәгенең, 3-сө ҡатына мөрәжәғәт итергә мөмкин.


Түләүле нигеҙҙә баҫыла.