Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Компьютер ярҙамы

Тиҙ һәм сифатлы


Компьютер техникаһын яҡшы ремонтлау ысынлап та мөғжизәләр тыу-ҙырырға һәләтле. Әлеге үҙәк практикаһында йүнәткәндән һуң гаджеттарҙың ватылғанға тиклемгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ эшләп киткән байтаҡ миҫалдар табырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡыҙыуҙан туҡтайҙар һәм тотҡарлыҡһыҙ эшләп китәләр. Шулай булғас, клиенттар кәйефте ҡырыусы хәлдән бары тик отҡан ғына – әллә ни күп түләмәйенсә үҙ изделиеларының эш һәләтен күтәргән! Шуға күрә, әгәр компьютерығыҙ, ноутбук, планшет йәки смартфонығыҙ эшендә ниндәй ҙә булһа етешһеҙлек һиҙһәгеҙ, ваҡытты һуҙмағыҙ, аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ. Сервис-үҙәк хеҙмәткәрҙәре тиҙ генә диагностика үткәреп, ватылыу сәбәбен асыҡлаясаҡ. Ә изделиеғыҙҙы төҙөк һәм эш торошонда ҡайтарып биреүҙәренә гарантия бар!


GSMCOM – ул баҙарҙа 2009 йылдан бирле эшләгән сервис үҙәктәре селтәре. Компанияның инде етерлек тәжрибәһе һәм һөнәри ҡорамалдары бар. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре үҙ маркаларын тоторға һәм артабанғы гарантия менән сифатлы ремонт яһарға тырыша. Төп офис –Үрге Ҡыйғы ауылында. Филиалдары Мәсәғүт, Яңы Балаҡатай, Малаяҙ ауылдарында урынлашҡан, ә хәҙер Оло Ыҡтамаҡта ла бар. Тәүге тапҡыр мөрәжәғәт иткәндә үк мастерҙың эшенә 20% ташлама ғәмәлдә. Күпселек осраҡта, телефондан һөйләшкән саҡта уҡ ноутбугығыҙҙың боҙолоу сәбәбе һәм уны бөтөрөү ысулы асыҡлана.


Үҙәктең етәксеһе Павел Радулевич: Үҙегеҙгә табип һайлаған ваҡытта, Һеҙ уның тәжрибәһенә, хеҙмәттәренә һәм кимәленә иғтибар итәһегеҙ. Шуның менән бергә таныштар һәм дуҫтар кәңәше лә мөһим роль уйнай. Компьютерҙар ремонтлау буйынса сервис үҙәге һайлағанда ла шулай уҡ, техникағыҙҙы фәҡәт квалификациялы мастер ҡулына биргегеҙ килә. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр һеҙгә компьютерығыҙҙың ни өсөн эшләмәүен асыҡларға ярҙам итәсәк һәм башҡаса ундай һорау тыумаһын өсөн барыһын да эшләйәсәк”.

Был үҙәк түбәндәге хеҙмәт төрҙәрен тәҡдим итә: дисплейҙы, тачскринды, зарядка айырыһын, микрофонын, төймәләрен, динамигын, антенна кабелен, камераһын, материнская платаһын, түбәнге платаһын, вибромоторын, SIM айырыһын, Micro SD-һын, корпус шлейфын, батареяһын, гарнитура айырыһын алмаштырыу. (конкурс өсөн хәреф "ә") Ҡорамалға диагностика яһау, уны һүтеү/йыйыу, һаҡлағыс быяла ҡуйыу, программа тәьминәтен көйләү, яңы телефон/планшетты көйләү, һыу эләккәндән һуң таҙартыу, ҡабыҙыу төймәһен тергеҙеү.


Эш графигы: дүшәмбе – йома 9.00-дән 18.00-гә, шәмбе 9.00-дән 17.00-гә тиклем, йәкшәмбе – ял. Ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙар менән 8-347-298-41-11, 8-963-136-41-11 телефондары буйынса шылтыратырға.


Реклама хоҡуғында.