Бөтә яңылыҡтар

“Йәйғор” ассортиментын киңәйтте

“Йәйғор (“Радуга”) салоны төрлө зауыҡҡа яуап бирерлек тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйыуға махсуслашҡан һәм Мәсетле районы баҙарында ете йылдан ашыу эшләй. Ҙур тәжрибә һәр бер заказға индивидуаль ҡарарға мөмкинлек бирә.

Салонда һеҙгә ишектәрҙең, тәҙрәләрҙең, арка һәм жалюзиның оптималь варианттарын һайлаясаҡтар. Бында ламинирланған, ПВХ һәм ағас тәҙрәләр-ҙең, горизонталь һәм вертикаль жалюзиның, аркаларҙың күп төрҙәрен һәм төрлө хаҡтағыһын һайлай алаһығыҙ. Классик бүлмә ишектәренә өҫтөнлөк бирәһегеҙме, киң популярлыҡ яулай барған гармошка ишектәр оҡшаймы – ул ваҡытта һеҙгә бында.

Салонда нәҡ һеҙгә кәрәклеһен һайлап алырға ярҙам итәсәктәр. Бында фурнитураның киң ассортименты һәм ишек, тәҙрәләргә кәрәк-яраҡтар.

“Йәйғор” салоны “Галерея Окон” (тәҙрә етештереү) һәм “СССР” (ишек етештереү) кеүек компанияларҙың рәсми вәкиле булып тора.

Әйтергә кәрәк, бында тимер өй ишектәренән тыш 13 мең һумдан алып буятылған һәм буятылмаған ағас өй ишектәре бар һәм уларға заказ яһарға була.

Салон ассортименты гараждар өсөн компактлылығы, хеҙмәт итеү срогының оҙайлығы һәм юғары хәүефһеҙлеге менән айырылып торған автоматик рәүештә күтәрелгән ҡапҡалар менән тулыланды.

Шәхси йорттар һәм коттедждар өсөн терморазрыв менән ишектәр яҡшы тәҡдим буласаҡ. Был – урамдан ингән ерҙә ҡуйылған өй ишектәренең яңы төрө. Бындай ишектең конструкцияһы һыуыҡ һауаны үткәрмәйәсәк. Һөҙөмтәлә – ишек туңмай, тирләмәй, бинала оптималь температура, йылы һаҡлана.

Тағы ла бер яңылыҡ – хәҙер “Йәй-ғор” салонында пиломатериалдар килтереүгә заказ эшләргә мөмкин: сите киҫелгән таҡталар (куб. метры 7200 һум), сите киҫелмәгән таҡталар (5000 һум), эшкәртелгән ылыҫ (6000 һум), эшкәртелмәгән ылыҫ (5000 һум), брус (150*150, 150*100), буралар (3*3, 3*4, 3*5, 3*6, 6*6).

Банк ҡатнашлығынан тыш өс айға тиклем бүлеп түләү мөмкинлеге бар, шулай уҡ тәүге иғәнәһеҙ кредитҡа алырға мөмкин. Пенсионерҙарға тәҙрә алғанда 43% ташлама яһала. Белгестең үлсәү өсөн барыуы – бушлай.

Салон Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында урынлашҡан.

Заказды телефон аша ла бирергә мөмкин: 8 (905) 006-56-22, 8 (905) 355-47-25, 8-987-092-18-26, 2-57-22 (18.00 сәғәттән һуң шылтыратырға).

Реклама хоҡуғында.