Бөтә яңылыҡтар

Үҙегеҙ төҙөгөҙ! Беҙҙең менән бергә төҙөгөҙ!

Элекке 243-сө ПМК ойошмаһы территорияһында 2006 йылда шәхси эшҡыуар Фирдус Рафаил улы Йомаҙилов “ФлагСтрой” производство-төҙөлөш базаһы аса.


2010 йылда бетон изделиелар етештереү буйынса икенсе линия ҡуйыла һәм һөҙөмтәлә продукция ассортименты икеләтә арта.

2013 йылда стена өсөн изделиеларҙың яңы төрө – арболит блоктар (ағас блоктар) етештереүҙе үҙләштерәләр. Йылдан-йыл ул халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана. Экологик яҡтан таҙа, йылы һәм ныҡлы арболит блоктар стена күтәреү өсөн материалдар араһында лидер булып тора.

– Беҙ – Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары араһында бетон изделиелар етештереү буйынса ирекле сертификация үткән берҙән-бер төҙөлөш базаһы. Һәр изделиеның техник күрһәткестәрен практикала беләбеҙ, – ти Фирдус Рафаил улы. – Арболит блоктарҙы беҙҙән мәсетлеләр генә түгел, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск районынан һәм күрше райондарҙан да килеп алалар.

Ойошманың икенсе эшмәкәрлеге – төҙөлөш. Бында шәхси өйҙәр төҙөүгә заказдар ҡабул итәләр, шулай уҡ социаль программалар буйынса күп фатирлы өйҙәр төҙөйҙәр. Уларҙы һал-ғанда үҙҙәрендә етештерелгән арбоблоктарҙы ҡулланалар. 2016 һәм 2018 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тракт урамында 8 фатирлы торлаҡ өйҙәр-ҙе файҙаланыуға тапшырҙылар, шулай уҡ быйыл 8 фатирлы өйҙө тапшырырға планлаштыралар. Фатирҙарҙың оҡшағанын теләге булған һәр кемдең һатып алыу мөмкинлеге бар.

Киләсәктә шәхси заказдар буйынса төҙөүгә акцент эшләргә йыйыналар.

Заказ биреүселәргә шәхсән ҡараш ҡабул ителгән. Материалдарға һәм төҙөлөшкә – икеһенә лә ташламалар, бүлеп түләү ҡаралған, кредит бирелә, илтеп биреү мөмкинлеге бар, консультация .

2019 йылдан ойошма “Йомаҙилова Р. Т.” шәхси эшҡыуарлығы итеп үҙгәртелде.


Гәзит уҡыусыларҙы төҙөлөш осоро башланыу менән ҡотлайбыҙ. Беҙ һеҙҙе үҙебеҙҙә күреүебеҙгә шатбыҙ!

Үҙегеҙ төҙөгөҙ! Беҙҙең менән бергә төҙөгөҙ!
Иң изге теләктәр менән “ФлагСтрой” производство-төҙөлөш коллективы.


Реклама хоҡуғында.