Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
30 Апрель 2019, 14:07

Етештереүсенән профтүшәмә!

Профилле түшәмә – төҙөлөш индустрияһының киләсәген тәшкил иткән перспективалы төҙөлөш материалы


Бөгөн ул иң популяр төҙөлөш материалдарының береһе булып иҫәпләнә. Еңел булыуы һәм монтажлағанда ябайлығы һөҙөмтәһендә биналарҙың эсен һәм тышын биҙәү эштәрендә, ҡойма итеп тә, бигерәк тә ҡыйыҡ ябыу өсөн ҡулланыла.

Беҙҙең районда был төҙөлөш материалы күптән инде киң ҡулланыу тапҡан. Теләге булған һәр кем уны Оло Ыҡтамаҡта шәхси эшҡыуар Владислав Тимербаевтан һатып алыу мөмкинлегенә эйә.

Владислав Тимербаев был төҙөлөш материалын һатып ҡына ҡалмай, ә үҙенең цехында етештерә. Был иһә, урталыҡта эш итеүселәрҙе ситләп, заявканы тиҙ арала үтәүгә мөмкинлек бирә, продукцияның юғары сифатын һәм ҡулайлы хаҡ гарантиялай. Клиенттарҙың талаптарын ҡәнәғәтләндереү өсөн төҫтәрҙең бай палитраһы тәҡдим ителә. Үҙебеҙҙең ил компанияһы ҡорамалдарында Оло Ыҡтамаҡтағы базала ике төр профтүшәмә: С-10 һәм С-20 цинклан-ған һәм полимер вариантта етештерелә. Уларҙы горизонталь дә, вертикаль итеп тә монтажларға мөмкин. Фасадтар-ҙы тышлау, ҡойма эшләү, стена ҡоймалары, ҡыйыҡ ябыу-ҙары итеп ҡулланыла.

Продукция Рәсәй дәүләт стандарттарына һәм 243320-001-031-713-11-2017 техник шарттарға тап килә. Продукция етештереү өсөн “Магнитогорск металлургия комбинаты”, “Северсталь”, “Арселор Миттал” төп етештереүселәренән сеймал ҡулланыла. Был етештереүселәрҙең цинкланған ҡоросо бик ҡалын һәм оҙаҡ хеҙмәт итә.
Профтүшәмәнең төп характеристикаһы:

- коррозияға ҡаршы ныҡлылыҡ һәм оҙайлы хеҙмәт итеү (50 йылдан ашыу);

- тиҙ һәм ябай монтажлау;

- күп төҫ гаммаһы;

- юғары механик ныҡлылыҡ;

- транспортировкалау һәм монтажлауҙың уңайлылығы.
Базала һатыуҙа матур, заманса, ышаныслы итеп ҡыйыҡ ябыу һәм сифатлы итеп өйҙө тышлау өсөн бик күп төр материал, уларға кәрәкле элементтар һәм башҡалар бар: металлочерепица, металлосайдинг, профилле торбалар, НКТ торбалар, мөйөштәр, арматура, йылытыу материалдары, йөҙләү кирбесе һәм ябай кирбес, газоблоктар, цемент һәм башҡалар. Эшҡыуар шулай уҡ теплицалар һәм эскәмйәләр, профтүшәмә менән металлосайдингка кәрәкле элементтар етештерә.
Шәхси эшҡыуарҙың төҙөлөш материалдары базаһы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 2 “А”/7 адресы буйынса (автозаправка ҡаршыһында) урынлашҡан. Мөрәжәғәт итеү өсөн телефон: 8-917-791-79-14.
Реклама хоҡуғында.