Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
11 Апрель 2019, 16:05

Төҙөлөш материалдары

Шәхси эшҡыуар Рүзәл Абдуллиндың төҙөлөш материалдары баҙарында бизнесы 1995 йылдан бирле бара һәм уңышлы үҫешә, был әлеге өлкәлә ышаныслылыҡ һәм ҙур тәжрибә тураһында һөйләй.

Хәҙерге ваҡытта төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеү буйынса районда ул хаҡлы рәүештә төп эшҡыуарҙарҙың береһе булып иҫәпләнә. Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Революция урамы, 88 адресы буйынса урынлашҡан складта һеҙгә кәрәкле материалды ҡулайлы хаҡҡа, үҙегеҙ өсөн отошло шарттарҙа һәм тиҙ генә һатып алырға була. Даими һатып алыусыларға ташламалар- ҙың һығылмалы системаһы ҡаралған, түләүҙе кисектереп тороу мөмкинлеге бар. Тауар өсөн ҡулаҡса менән дә, ҡул аҡсаһыҙ ҙа түләп була.

Эшҡыуар үҙ илебеҙ һәм сит ил етештереүселәренең тик сифатлы төҙөлөш-биҙәү материалдарын ғына тәҡдим итә. Бында төрлө төҫтәге һәм фактуралағы кирбестәрҙең киң ассортименты тәҡдим ителгән. Уны ҙур булмаған ваҡлап һатыу партиялары менән дә, шаҡтай ҙур күләмдә лә һатып алырға була. Килтереп биреү һәм бушатыу хеҙмәттәренең булыуы һатып алыуҙы бик ныҡ ябайлаштыра. Был йәһәттән эшҡыуарҙың үҙенең махсус техникаһы файҙаланыла.

Һатыуҙа шулай уҡ газ-бетон блоктар, шлак блоктары, цемент, арматура, НКТ торбалары, профилдәр, ОСБ, гипс-ҡатыр-ға, төҙөлөш ҡатышмалары, төҙөлөш сеткаһы, рабица селтәре, профтүшәмә, шифер, табаҡлы тимер һәм башҡа төҙөлөш материалдары бар.

Бизнеста конкуренцияның ҙур булыуына ҡарамаҫтан, эшҡыуар үҙ эшен үҫтереүҙең яңы юлдарын табырға тырыша. Күптән түгел ул тимер-бетон ҡулсалар етештереү менән шөғөлләнә башлаған. Шәхси эшҡыуар өҫтәмә рәүештә теплицалар, мунса мейестәре һәм сүп-сар контейнерҙары етештерә.

Бәйләнеш телефоны: 8-919-155-69-26, 8-917-429-13-15.

Манипулятор, экскаватор һәм үҙбушатҡыс хеҙмәттәре.

Реклама хоҡуғында.