Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
8 Апрель 2019, 14:08

“Башкирский привоз” продукцияһы яҡшы сифатлы һәм бик тәмле

Бына кис тә яҡынлаша. Ә һин ирең менән балаларың өсөн киске аш әҙерләп өлгөрмәйһең? Үҙең дә бит эштән арып ҡайтҡанһың һәм һис кенә лә ашарға әҙерләп торорға теләгең юҡ. Ә, бәлки, ошо ваҡытыңды үҙеңә бағышларға теләгәнһеңдер. Нимә эшләргә? Нисек тәмле итеп ашарға әҙерләргә һәм шул уҡ ваҡытта матур булып күренергә?

Бөгөн был проблема түгел! Тәмле ризыҡ менән ғаиләңде мәшәҡәтһеҙ генә һыйлайым тиһәң, “Башкирский привоз” фирма продукцияһы һеҙгә ярҙамға киләсәк.

Үҙебеҙҙең районда етештерелгән әҙер тәмле билмәндәр менән һыйлап, иреңдән маҡтау һүҙҙәре ишет. Билмәндәрҙең теләгәнен һайларға була: “Сабантуй”, “Холостяцкие”, “Сибирские премиум”, “Изысканные”, “Русские”, “Гөлназ”. Был билмәндәрҙең һатып алынғанын әйтмәһәң дә була, сөнки “Башкирский привоз” фирмаһынан билмәндәр өйҙәге кеүек тәмле, ҡулдан эшләнгән, өҫтәмәләрһеҙ һәм ҡушылмаларһыҙ. Бары тик фермер хужалығында үҫтерелгән яҡшы сифатлы ит, тәбиғи тәмләткестәр һәм сифатлы он. Барыһы ла үҙебеҙҙәге тәбиғи продукт-тарҙан.


Үҙеңде һәм ғаиләңде фермерҙар етештергән яҡшы сифатлы ризыҡтар менән һыйларға теләйһеңме? “Башкирский привоз” бренды менән сыҡҡан продукция – ул өйҙә эшләнгән кеүек тәмле лә, сифатлы ла, хәүефһеҙ ҙә. Үҙ продукцияһы сифаты өсөн фермер хужалығы башлығы Илгиз Зиннәтуллин үҙе яуап бирергә әҙер. Сифат етештереү процесының башынан аҙағына тиклем тикшерелеп, көйләнеп тора.

Итле ярымфабрикаттар етештереү өсөн үҙебеҙҙең район болондарында үҫтерелгән ит тоҡомло үгеҙҙәр ите ҡулланыла. Сырье Әбдрәхим ауылындағы яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ит эшкәртеү һәм ярымфабрикаттар эшләү цехына килтерелә.

Цех эсендә барлыҡ санитария нормалары үтәлә, сит кешеләргә һәм медицина тикшереүе үтмәгәндәргә инеү тыйыла. Бина эсендә йәнәш кенә өс ҙур һыуытыу камераһы урынлаштырылған: кинәт туңдырыу, әҙер продукцияны һаҡлау, сей продукцияны һаҡлау камералары.

Сығарылған продукция ассортименты ҙур. “Башкирский привоз” сауҙа маркаһы аҫтында манты, билмән, хинкали, котлеттар, голубцы, шашлыҡ, кәкре, колбасалар һәм ыҫланған иттәр әҙерләнә. Билмән ҡулдан эшләнә, фарш бары тик юғары сифатлы таҙа иттән әҙерләнә, ҡушылмаларһыҙ. Сусҡа ите Күгәрсен районындағы сусҡасылыҡ комплексынан килтерелә.

Фермерҙың “Башкирский привоз” бренды аҫтында һатыу иткән үҙ магазиндары Новоуральск, Первоуральск, Екатеринбург ҡалаларында бар. Халыҡ был магазиндарҙан әҙер итле аҙыҡтарҙы бик теләп һатып ала. Беҙҙең районда был тәбиғи, тәмле ит ризыҡтарын һәм ярымфабрикаттарын “Баҙар” сауҙа үҙәге бинаһының беренсе ҡатында урынлаш-ҡан “Усадьба” магазинында һатып алырға мөмкин.

Килегеҙ, һатып алығыҙ, бик тә ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Реклама хоҡуғында.