Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
21 Ғинуар 2019, 12:07

“Малыш”

Балалар тауарҙары магазины

Оло Ыҡтамаҡ ауылының тап үҙәгендә, Ленин урамы, 26/1 адресы буйынса урынлашҡан “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында “Малыш” балалар тауарҙары магазины эшләй.

Мәсетле районында балалар тауар- ҙарының ҙур ассортименты тәҡдим ителгән магазиндар әллә ни күп түгел. Ә бына“Малыш” магазинында балалар машиналары һәм ҡурсаҡтарынан башлап карауаттар һәм коляскаларға тиклем бер нисә айлыҡтан алып 10 йәшкә тиклемге балалар өсөн кәрәкле бөтә нәмәне табырға мөмкин.

Төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге балалар пуховиктары һәм комбинезондары – ата-әсәләрҙе йылдың әлеге миҙгелендә ҡыҙыҡһындырған төп нәмәләр. Миҙгелгә ҡарап кәрәкле тауар килеп тора.

– Һәр ата-әсә балаһының сәләмәт булып үҫеүен һәм әүҙем үҫешеүен теләй. Был йәһәттән уларға ярҙам итергә беҙҙең хәлебеҙҙән килә. Магазинда анды һәм йылдамлыҡты үҫтереүсе уйынсыҡтарға айырым урын бүленә. Бында хәрәкәтсән уйындар өсөн ҡыҙыҡлы тауарҙар йәки инвентарь һайларға мөмкин. Сабый сәғәттәр буйына мауыҡтырғыс уйындар донъяһына сумасаҡ, ә ата-әсәнең буш ваҡыты барлыҡҡа киләсәк, – ти магазин директоры Ләйсән Сабирова.

Ассортимент – магазиндың берҙән-бер өҫтөнлөгө түгел. Уйынсыҡтарға һәм кейемдәргә хаҡтар бында юғары тип әйтеп булмай. Әйтергә кәрәк, һатыуға ҡуйылған Рәсәйҙә һәм Төркиәлә етештерелгән тауарҙарҙың сертификаттары һәм лицензиялары бар. Даими һатып алыусылар өсөн дисконтлы карта ғәмәлдә, ә ял көндәрендә, берҙән артыҡ тауар һатып алғанда, ун процентлы ташлама бирелә.

Ата-әсәләр өсөн ишектәр эш көндәрендә 9.00-дән 18.00, ял көндәрендә 10.00-дән 16.00 сәғәткә тиклем асыҡ.

Түләүле нигеҙҙә баҫыла.