Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
30 Ноябрь 2018, 16:08

Эх, быймаһы ла, быймаһы!

Бына ҡыш үҙ вәкәләттәренә инә. Тимәк, быйма кейергә ваҡыт етте. Ауыл кешеһенә ҡарлы-буранлы, сатлама һыуыҡ көндәрҙә уларһыҙ булмай. Ваҡыты менән 40 градус-ҡа тиклем һалҡынайтҡан беҙҙең тарафтарҙа ҡышҡы аяҡ кейеменең иң шәбе һәм уңайлыһы быйма бит!

Ләмәҙтамаҡ ауылынан шәхси эшҡыуар Иштуған Ғәүнетдиновтың быйма баҫыу цехы оҫталарҙың быуындан-быуынға тапшырылып килгән иң яҡшы традицияларында ҡулдан баҫылған ысын быймалар тәҡдим итә. Был быймалар сифаты, хаҡы һәм ныҡлығы өсөн район халҡы араһында һәм тирә-яҡта юғары баһалана.

Шәхси эшҡыуарҙың цехында быйма баҫыу өсөн таҙа һарыҡ йөнө генә ҡулланыла, шуға күрә быймаларҙың формаһы яҡшы һаҡлана һәм ултырмай. Шунлыҡтан уларҙы экологик таҙа продукция тип атарға мөмкин. Медицина быймаларҙың кеше сәләмәтлегенә бик яҡшы йоғонто яһауҙарын билдәләй. Һарыҡ йөнө дымды һурыу һәм парға әйләндереү, йылыны туплау һәләтенә эйә. Шуға күрә ул һыуыҡ үтеп сирләгәндә, ревматизм, радикулит булғанда һәм башҡа быуын һәм мускул сир-ҙәренән йонсоғанда организмға ыңғай йоғонто яһай.

Быйма баҫыу цехы эргәһендә магазины бар. Унда үҙеңә кәрәкле төҫтә, үлсәмдәр-ҙә бөхтә итеп баҫылған, аппликациялы һәм сигелгән һүрәттәр менән күңелеңә оҡшаған быйманы табып була. Һәр кем бында йәне теләгән ҡулдан баҫыл-ған йылы, сифатлы аяҡ кейеме һайлай ала.

8 (34770) 2-31-68, 8-987-613-09-06, 8-937-345-69-29 телефон һандары буйынса шылтыратып, быймаларға заказ бирергә, шулай уҡ уларҙың хаҡын белергә мөмкин. Шулай уҡ йөн килтереп, әҙер быймаға алмаштырып алырға ла була.

Реклама хоҡуғында.