Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
21 Ноябрь 2018, 12:00

Көндәлек тормош өсөн бында барыһы ла һатыла

Ҡул эштәре оҫталарының изделиелары һәр ваҡыт ҙур һорау менән ҡуллана. Әммә Мәсетле районында яратҡан шөғөл өсөн кәрәк-яраҡ һатылған магазиндар күп түгел. Шулай ҙа оҫтабикәләр “Миләш” магазинында бәйләү һәм тегеү өсөн кәрәкле бар нәмәнең булыуын, хаҡтар-ҙың да ҡулайлылығын яҡшы белә.

“Миләш” – көндәлек кәрәк-яраҡ менән һатыу итеүсе райондағы тәүге магазиндарҙың береһе. Бына инде 25 йыл магазин хужаһы Хәкимә Зиалетдинова халыҡты иң кәрәкле тауар менән тәьмин итә.