Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
2 Ноябрь 2018, 16:01

Матур ҙа, тәмле лә

Торт бешереүҙе Алия Ғиләзева мауығыу тип атай.

– Кейәүгә сыҡҡанға тиклем мин әллә ни бешереп барманым, – ти ул. – Ләкин балаларыбыҙ тыуғас, нәҡ кескәйҙәр менән бергә әҙерләп була торған изделиелар бешерә башланым. Әкренләп иремдең һәм балаларымдың иҫтәлекле даталарына торттар бешерергә әүәҫләнеп киттем. Һуңыраҡ ҡунаҡҡа барғанда үҙем әҙерләгән торт-тарҙы күстәнәс итеп алып барыу ғәҙәтемә инде.

Быны эшләргә иң беренсе булып “Баш-ҡаларға ла бешер, кешеләрҙе үҙеңдең тәмлекәстәрең һәм ижадың менән ҡыуандыр!” – тип тәтелдәп торған ҡыҙы илһамландыра. Унан тыш Алияны ире менән әсәһе лә хуплап тора.

Оҫта үҙ кулинар изделиелары өсөн ингредиенттарға һәм сеймал сифатына айырым иғтибар бүлә. Ул торттарының ололарҙы ла, балаларҙы ла һөйөндөрәсәген аңлай. Шуға күрә уларҙың бик тәмле булыуы ғына түгел, ә хәүефһеҙ һәм сифатлы булыуы ла мөһим. Уның изделиеларында фәҡәт тәбиғи продукттар ғына.

Бөгөн Алия Ғиләзева бисквитлы, баллы торттар, һәр төрлө эслектәр менән капкейктар, француз пирожныйҙары – макаронстар бешерә, әйткәндәй, улар түбән калориялы – составтарында бой-ҙай оно юҡ, ә тик миндаль, фундук йәиһә фисташка оно ғына. Алияның һәр эше – ул онотолмаҫ тәм генә түгел, ә заказсы биргән өҫтөнлөктәр һәм фантазияһы иҫәпкә алынған ҡабатланмаҫ дизайн.

Алияға тортҡа, капкейктар йәки макаронстарға заказ биреп, быға һеҙ үҙегеҙ инана алаһығыҙ. Быны эшләүе ҡыйын түгел: “Инстаграмм” (https://www.instagram. com/ l_y_u_l_i_k), “Одноклассники”, “ВКонтакте” (Алия Ғиләзева) социаль селтәрҙәренә яҙырға. Шулай уҡ уның “Бәйләнештә” үҙ төркөмө бар (https://vk.com/tortik_lyulik), унда бешереү оҫтаһының эштәре менән танышырға, торттарҙың төрҙәрен һәм эслектәрен һайларға мөмкин. Йә булмаһа 8-906-373-73-06 телефонына шылтыратығыҙ.

Реклама хоҡуғында.