Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
2 Ноябрь 2018, 18:00

Донара Мардоян – торттар һәм башҡа тәм-том бешереү һәм биҙәү оҫтаһы. Ул быға үҙе өйрәнгән.

– Минең хобби тәбиғи рәүештә килем килтереүсе яратҡан эшемә әүерелде. Башта заказдарҙы яҡындарым һәм дуҫтарым ғына яһай ине. Уларҙан яҡшы, ыңғай баһалар алғас, торттарымды теләгән башҡа кешеләргә лә тәҡдим итергә әҙермен тигән ҡарарға килдем, – ти ул.

Донара заказға 2005 йылдан башлап бешерә. Ул кеше һаулығы өсөн зыянлы ҡушымталарһыҙ тик тәбиғи ингредиенттарҙы ғына файҙалана. Ҡуйылған бурысты хәл итеүгә индивидуаль ҡараш уға теләгән формалағы торт яһарға һәм уны матур итеп биҙәргә мөмкинлек бирә.

– Һәр торт – ул ижади илһам, ул клиенттың байрамын тәмле һәм матур итеү теләге. Шуға күрә торт составын заказ биреүсе менән бергә һайлайбыҙ, ул үҙе теләгән ҡамыр йәки эслек төрөн тәҡдим итә ала. Торттарҙы ҡаймаҡлы, майлы, аҡһымлы кремдар, мастика менән биҙәйем. Эслек сифатында емеш-еләкле, шоколадлы, йогуртлы рецептарҙы, шулай уҡ ҡуйыртыл-ған һөттө файҙаланам. Миңә бешерергә тура килгән иң ҙур торт дүрт ҡатлы булды. Ул 12 кг самаһы тарта ине, – ти һәүәҫкәр кондитер.

Торттарҙан тыш, Донара пирожныйҙарға һәм пахлаваға заказдар ҡабул итә. Уның тәм-томдарын “Карина” һәм “Тыныслыҡ” магазиндарында һатып алырға, шулай уҡ 8-960-390-97-47 телефондары буйынса заказ бирергә мөмкин.

Донара Мардояндың эштәре “Бәйләнештә” социаль селтәренә ҡуйылған. Яратып бешерелгән торттар һәм башҡа тәмлекәстәр фотоһүрәттәренә ҡарап, “ҡайһылай барыһы ла матур, ябай, ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле!” – тип уйлайһың.

Реклама хоҡуғында.