Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
26 Октябрь 2018, 13:05

“МЕГА ПЛАНЕТА”

15 сентябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Универмаг” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында түбән хаҡтар менән бөтә ғаилә өсөн яңы магазин асылды.

Модалы – ҡиммәт тигәнде аңлатмай. Был – әлеге магазиндың девизы. Бында ололар өсөн дә, балалар өсөн дә теләгән бер образ тыуҙырыу өсөн ҡиммәт булмаған, уңайлы, модалы кейем-һалым һәм аяҡ кейемдәре тәҡдим ителгән. Һатыуҙа: төрлө үлсәмдәрҙәге һәм теләһә ниндәй зауыҡҡа яуап бирерлек футболкалар, шортиктар, күлдәктәр, мәктәп уҡыусылары өсөн спорт кос-тюмдары. Хатта уйынсыҡтар ҙа бар.

Ошонда уҡ таҫтамалдар, түшәк кәрәк-ярағы, юрған-мендәрҙәр ҡуйылған – быларҙың барыһы ла йоҡо бүлмәһенә йәм һәм ауыр эш көнөнән һуң ял итергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ сәйәхәт өсөн тауарҙар – сумка-сумаҙандар иғтибарҙы йәлеп итә.

Бында ирҙәр кейем-һалымының ассортименты бай: футболкалар, салбар-ҙар һәм джинсылар, костюмдар һәм пинжәктәр, толстовкалар һәм спорт костюмдары. Әүҙем ял өсөн тәғәйенләнгән кейемдәр ҙә бар, мәҫәлән, йәйге һалҡынса көндәрҙә кейеү өсөн ветровкалар, көҙгө йылы курткалар.

Ҡатын-ҡыҙ өсөн – күлдәктәр һәм сарафандар, блузкалар, көндәлек, өйҙә кейеү һәм кисәләр өсөн кейем-һалым.

Магазин хеҙмәткәрҙәре һәр һатып алыусыға ярарға, үтә киң ассортимент араһынан һайлап алырға ярҙам итергә тырыша.

Килегеҙ, һатып алығыҙ һәм аҡсағыҙҙы бәрәкәтле тотоноғоҙ!

“МЕГА ПЛАНЕТА” магазинының адресы: Үҙәк урам, 6. Эш ваҡыты: 9.00 – 20.00, ялһыҙ.

Реклама хоҡуғында.