Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
19 Октябрь 2018, 12:03

“Усадьба”

13 октябрҙә Үҙәк урам, 7А адресы буйынса урынлашҡан “Рынок” сауҙа үҙәгендә “Усадьба” исемле яңы аҙыҡ-түлек магазины асылды. Был ваҡиға ауыл кешеләре һәм ҡунаҡтар өсөн онотолмаҫ бүләккә әйләнде.

Был көндө килеүселәр алдында эшҡыуар Наталья Николаевна Зырянованың яңы магазины ишектәрен асты. Ҡунаҡтарҙы профессиональ алып барыусы сәләмләне. Екатеринбург ҡалаһынан килгән трио-ансамбль башҡарыуындағы “джаз-мануш” йәнле музыкаһы байрамса төҫ бир-ҙе. Ирле-ҡатынлы Наталья һәм Вячеслав Зыряновтар ҡыҙыл таҫманы киҫте. Шунан һуң магазин хужаларын район хакимиәтенең төҙө-лөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү идаралығы начальнигы Илшат Хәсәнов һәм хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ҡотланы. Улар бына шундай эшҡыуарҙарға тиңләшергә, ә йәштәргә үрнәк алырға кәрәклеген билдәләне һәм уңыштар, рәхмәтле һатып алыусылар, районыбыҙ территорияһында артабан үҫешеүҙәрен теләне.

Беҙҙең районда ундай магазин юҡ ине әле, уны асыу идеяһы бер ҙә юҡтан ғына килеп тыумаған. Бында урындағы, шулай уҡ күрше райондар етештереүселәренең яңы тәбиғи продукттары һатыла. Һатып алыусы өсөн бөтөн шарттар булдырылған. Бина иркен, яҡты, заманса йыһазландырылған. Консультация яһап, кәңәш биреп, әйтеп ебәрергә әҙер торған уҡыған персонал һайлап алынған. Магазин кәрәкле бөтә нәмәне һый-ҙырған. Ит һәм балыҡ продукцияһы, яңы өлгөргән йәшелсә һәм емеш-еләк, көнөнә ике тапҡыр үҙ икмәкханаларында бешерелгән яңы икмәк һәм ҡамыр ризыҡтары килтерелә. “Усадьба”ла арыш, бөтөн игендән бешерелгән, кукуруз һәм “бородино” икмәге һатып алырға мөмкин. Бынан тыш бәлештәр һәм туй икмәктәренә заявкалар ҡалдырырға мөмкин.

Магазин асылған көндө касса эргәһендә сират теҙелде. Һатып алыусылар колбаса продукцияһы витриналары эргәһендә тотҡарланды, йәшелсә-емеш рәтен ҡараны, туңдырылған аҙыҡ-түлек хаҡтарын тикшерҙе. Ә урамға сыҡҡас, улар тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Магазин район халҡының яратҡан кибеттәренең береһенә әйләнәсәк, сөнки бында сифат, ассортимент һәм хаҡ булдырыу тураһында хәстәрлек күрәләр, кеүегерәк һүҙҙәр ишетергә мөмкин ине.

Наталья Зырянова райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ул тыуған еренең, ауылының, бында йәшәгән кешеләрҙең именлегенә битараф түгел.

Фәҡәт яңы ризыҡтар менән генә туҡланырға кәрәк. Ә Наталья Зырянова тырышлығы һөҙөмтәһендә беҙ үҙебеҙгә ундай мөмкинлекте бирә алабыҙ. “Усадьба” павильонына килегеҙ һәм ҡәҙерлеләрегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һәм яратҡан кешеләрегеҙҙе тәмле, сәләмәт һәм файҙалы аҙыҡ-түлек менән ҡыуандырығыҙ! Магазиндың адресы: Үҙәк урам, 7А. Эш режимы: 9.00 – 20.00. Тәнәфестәр һәм ял көндәре юҡ.

Реклама хоҡуғында.