Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
17 Октябрь 2018, 14:04

Фитнес – ул энергия һәм һомғоллоҡ

Әле февралдә үк Оло Ыҡтамаҡта фитнес-аэробика буйынса занятиелар башланды. Был ауылыбыҙҙың гүзәл заттары өсөн шәп яңылыҡ булды.

Фитнес-аэробика – ул, ҡағиҙә булараҡ, ритмлы көйгә эйәреп башҡарыла торған күнегеүҙәр комплексы. Ул кәйефте күтәрә, көн буйына етерлек дәрт бирә, унан тыш буй-һынды матурайта.

Оло Ыҡтамаҡ һылыуҡайҙары өсөн күнекмәләрҙе фитнес-аэробика буйынса сертификаты булған инструктор Ильвина Хәйерзаманова алып бара.

– Мин – ике бала әсәһе, – ти ул. – Бер нисә йыл элек кәүҙәмде формаға килтерергә булдым. Өйҙә күнегеүҙәр эшләргә маташтым һәм, әгәр беҙҙә фитнес менән төркөм занятиелары булһа, был минең кеүектәргә бик ныҡ ярҙам итер ине, тигән фекергә килдем. Сөнки фекерҙәштәрең менән бергә шөғөлләнеү еңелерәк. Бына шунда ундай занятиеларҙы үҙемә ойошторорға кәрәк, тигән фекер тыуҙы ла инде.

Ильвина Екатеринбург ҡалаһында курс үтә һәм дипломлы инструктор булып китә. Хәҙер белемдәре менән баш-ҡаларға ла уртаҡлашып, шатланып фитнес буйынса күнекмәләр алып бара. Йәшенә, ни менән шөғөлләнеүенә һәм социаль урынына ҡарамаҫтан, һәр ҡатын-ҡыҙҙың һомғол, йыйнаҡ һәм дәртле булып күренгеһе килә. Фитнес-аэробика ошоларҙың барыһына ла ирешергә ярҙам итәсәк. Ни бары аҙнаһына бер-ике тапҡыр (эшләгәндәр өсөн дә уңайлы ваҡытта) – киске сәғәт алтынан һуң үтеүсе төркөм занятиеларына йөрөргә кәрәк.

– Матурлыҡ ҡорбандар түгел, ә даими тренировкалар талап итә! Тәүлектә 24 сәғәт, үҙеңде теремегерәк тойоу һәм артыҡ ауырлыҡты ташлау өсөн бары тик бер сәғәт кенә табырға кәрәк, – ти Ильвина.

Фитнес-аэробика мускулдарҙың бөтә төрҙәренә лә көс төшөрөүсе күнегеүҙәр-ҙе, степ-платформалағы һәм ауырайт-ҡыстар менән күнегеүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Күнекмәләр тәжрибәле позитив тренер күҙәтеүендә һәм ритмлы көй аҫтында үтә. Күңелһеҙләнергә тура килмәй!

Фитнес-зал клиенттары күнекмәләр һөҙөмтәләренән шат. Күптәр кәйеф, эш һәләте, тире торошо яҡшырҙы, килеш-килбәт үҙгәрҙе, ышаныс һәм энергия барлыҡҡа килде, ти.

Әйтергә кәрәк, теләһә ҡайһы йәштә шөғөлләнә башларға мөмкин.Район мәҙәниәт һарайының фитнес-залында төҙөлгән өс төркөмдөң береһендә хатта 70 йәшлек ҡатындар ҙа бар.

Ҡаҙаныштары һәм фитнес-зал асылыуына Ильвина ата-әсәһенә, дуҫтарына, айырыуса ире Робертҡа рәхмәтле. Сөнки ул уның идеяһын хуплап ҡына ҡалмай, ә кәрәк булғанда ҡиммәтле кәңәштәрен дә бирә, дәртләндереп тә ебәрә.

Хәҙер ул ҡатын-ҡыҙҙарға тонуста ҡалырға, үҙҙәрен яратырға һәм ышанырға ярҙам итә.

Ҡәҙерле ҡыҙҙар һәм ҡатындар! Көҙгө депрессияны ҡыуып ебәрергә һәм формала булырға теләйһегеҙме? Көс артыуын тойорға һәм хәлегеҙҙе яҡшыртырға уйлайһығыҙмы? Ул саҡта Ильвинаға шылтыратығыҙ. Яҙылыу өсөн телефон: 8-917-401-75-14 йәки район Мәҙәниәт һарайына килегеҙ (2-се ҡат, 21-се кабинет).

Реклама хоҡуғында.