Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
16 Октябрь 2018, 12:02

Шатлыҡ һәм матурлыҡ бүләк итеү – шәп!

“Миледи” – үҙенең индивидуаль стилен табырға, идеаль образ тыу- ҙырырға теләгән сағыу, әүҙем һәм уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кейем-һалым салоны. Магазин хужаһы Аймара Шәрәфетдинова беҙгә салонындағы ассортимент тураһында һөйләне.

– Аймара Әхмәт ҡыҙы, магазинығыҙҙы ниндәй маҡсат менән астығыҙ?

– Башта салон “Флоранж” эске кейемдәр магазины булараҡ асылғайны. Мин ҡатын-ҡыҙға анатомик яҡтан дөрөҫ кейем тәҡдим итергә теләгәйнем, сөнки эске кейем хәҙерге заман кешеһенең тормошонда мөһим һәм әһәмиәтле роль уйнай. Шул маҡсаттан сығып Силәбе һәм Мәскәү ҡалаларында эске кейем һайлау буйынса стилист курстары үттем. Шуныһы күңелһеҙ, күп ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эске кейемдәр донъяһы элеккесә үк ниндәйҙер аңлашылмаған һәм әһәмиәтһеҙ бер нәмә булып ҡала. Бөгөн мин ҡатын-ҡыҙға күп төрлө эске кейемдәр донъяһында йүнәлеш алырға ярҙам итәм. Сөнки шатлыҡ һәм матурлыҡ бүләк итеү – ул бик шәп!

– Магазинда күлдәк һайлап алыу мөмкинлеге ҙур. Ә тағы ла нимәләр һатып алырға мөмкин һеҙҙә?

– Рәсми стилгә баҫым яһайбыҙ. Беҙҙең магазинда төрлө үлсәмдәге классик блузкалар, юбкалар, салбарҙар һәм кардигандар, шулай уҡ шапкалар, береттар, снудтар, яулыҡтар һатып алырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, беҙҙә һеҙ һәр ваҡыт зауыҡ менән кейенеүсе һәр бер ҡатын-ҡыҙ гардеробының алмаштырғыһыҙ өлөшө булған сифатлы, уңайлы һәм ҡулайлы хаҡҡа ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәрен һатып ала алаһығыҙ. Бында шулай уҡ тәбиғи таштарҙан бижутерияның эксклюзив коллекцияһы бар. Әкренләп ассортиментҡа аяҡ кейемдәре өҫтәлә бара.

– Кейем һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

– Кейем һайлағанда һәм һатып алғанда төп ҡағиҙәләрҙең береһе – ул һайлаған әйберегеҙҙең үҙегеҙгә оҡшауы һәм уны кейгәндән һуң үҙегеҙҙе модалы, уңайлы һәм рәхәт тойоуығыҙ!

– Магазин ҡайҙа урынлашҡан һәм уның эш режимы ниндәй?

– Беҙ иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-сы яртыға тиклем эшләйбеҙ. Йәкшәмбе – ял көнө. Магазиндың адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урам, 1 “Б” (“Гулливер” магазины артында).

Реклама хоҡуғында.