Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
23 Август 2018, 11:52

Мәсетле һөтөнөң сифаты ниндәй?

Районда йәшәүсе ҡайһы бер граждандарҙың автовокзал эргәһендә үҙҙәренең шәхси ярҙамсы хужалығы продукцияһын һатҡандарын йәй буйына күрергә мөмкин.

– Мин баҙарҙағы ҡатындан йыш ҡына һөт һатып алам. Бер ҡасан да уйланғаным юҡ ине, ләкин һуңғы ваҡытта шик тыуҙы. Тәме, әлбиттә, яҡшы. Ә һөттөң сифатына ышанып буламы һәм уны нисек тикшерергә?

Әминә, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.


–Ысынлап та, күптәре магазиндағы “пакет” һөттән шәхси ярҙамсы хужалыҡтыҡына күсте. Беҙ уны һәр ваҡыт яңы һауылған, ҡушылмаһыҙ тип уйларға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә ул профессиональ тикшереү үтәме? Ошо һорау менән беҙ Мәсетле районы ветеринария станцияһы начальнигы Илдар Ғәниевҡа мөрәжәғәт иттек.

–Ветеринар лабораторияһында һөттөң сифатын билдәләү өсөн ҡорамалдар бар: һыу менән шыйығайтылғанын, таҙалығын, антибиотиктар барлығын белеп була. Шулай уҡ бактериаль бысраҡлыҡҡа һәм физик-химик күрһәткестәргә – аҡһым, ҡуйылыҡ, тығыҙлыҡ, кислоталыҡҡа анализ үткәрәбеҙ. Ошо ғилми тикшеренеүҙәр һөттөң тәбиғилеген һәм сифатын раҫларға етә.

Унда киптерелгән һөттөң ҡушылыу-ҡушылмауын Өфөләге лаборатория ғына билдәләй ала.

Баҙарҙа һөт һатҡан шәхси ярҙамсы хужалыҡтар айына бер тапҡыр үҙенең продукцияһын ветеринария-санитария экспертизаһы үткәреү өсөн килтерә. Әгәр бөтә параметр-ҙар нормаға тура килһә, уларға һатып алыусы талабы буйынса күрһәтелә торған ветеринар таныҡлығы бирелә.

Һатып алыусылар: “Шул уҡ һатыусылар экспертизаға сифатлы һөт биреп, ә бөтөнләй икенсене һатыуҙары ихтимал бит,” – тип әйтә ала. Эйе, ундай ҡурҡыныс, әлбиттә, бар. Яуап-лылыҡ һөт һатыусылар намыҫында. Шулай ҙа, беҙҙең районда йәшәүселәр тик тәбиғи һәм файҙалы һөт һатҡанына ышанғы килә.

Светлана СЕРГЕЕВА

әҙерләне.