Бөтә яңылыҡтар

Горбушка

“Горбушка” магазины күп йылдар инде һатып алыусыларҙың ышанысы менән файҙалана.

Уңайлы урын, бай ассортимент, сифатлы аҙыҡ һәм ҡулайлы хаҡтар – шуның менән район үҙәгендә йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы үҙенә йәлеп итә.

Әҙәпле һәм профессиональ хеҙмәтләндереү мөһим роль уйнай. Тәжрибәле һатыусылар Ольга Луценко, Олеся Шалагина, Олеся Заводова, Юлиә Шәрипова, Гөлфиә Мөхәмәҙиева, Лилиә Шәисламова үҙҙәренең эштәрен яҡшы белә.

Әле пикниктар мәлендә “Горбушка” магазинында йәйге акция – төрлө соустар-ҙағы сусҡа һәм тауыҡ итенән шешлектәрҙең күп төрө, иттән ярымфабрикаттар һәм Башҡортостан етештереүселәренән “Хәләл” ит деликатесы. Юғары сифатлы тәмле аҙыҡтар тәбиғәттәге ялығыҙ-ҙы бик шәп тулыландырасаҡ.

Унан тыш, “Горбушка”ға яңынан шәкәр (Шишмә), он (Омск, Ырымбур, Алтай), йорт хайуандары һәм ҡош-ҡорт өсөн аҙыҡ килде. Оло Ыҡтамаҡ, Оло Аҡа, Әләгәҙ, Түбәнге Бобин, Абдулла һәм Әжекәй ауылдарына алып барыу – бушлай.

Магазинға көнөнә ике тап-ҡыр яңы бешкән икмәк һәм ҡамыр аҙыҡтары килтерелә, улар үҙ икмәкханаһында бешерелә. Бында арыш, бөтөн бөртөклө, кукуруз һәм “бородино” икмәктәрен һатып алырға, шулай уҡ бәлештәргә һәм туй икмәгенә заявка бирергә мөмкин.

“Горбушка” ҡулланыусыларын миҙгелле яңылыҡтары менән һөйөндөрә. Бөгөн ул – “Пикник” пиццаһы, ябыҡ пицца, ҡамыр эсендәге шешлек һәм башҡалар.

Беҙ һеҙҙе көн һайын иртәнге 9-ҙан киске 21 сәғәткә тиклем Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Совет урамы, 27 адресы буйынса урынлашҡан “Горбушка” магазинында көтәбеҙ.

Реклама хоҡуғында.