Был парфюмерияла бер ниндәй химия, ҡатышма, һәм, хатта, спирт та юҡ. Әгәр һеҙ спирлы хушбуй менән файҙаланырға күнеккән булһағыҙ, ул сығында башлыса майҙарҙан торған ғәрәп хушбуйҙары һеҙгә ысын мәғәнәһендә асыш буласаҡ. Уларҙы ҡулланып ҡарап, сифаттарын һәм төрлөлөктәрен баһалағандан һуң, һеҙ инде спиртлы хушбуйҙарға әйләнеп ҡайтырға теләмәйәсәкһегеҙ.
Майлы хушбуйҙың спиртлыһынан төп айырмаһы – тотороҡлолоҡ. Хуш еҫе тәндә ун ике сәғәттән ашыу һаҡланырға, ә кейемдә хатта йыуылғандан һуң да тороп ҡалырға мөмкин. Бынан тыш, ул бәрәкәтле. Көн буйына һеҙҙән тәмле еҫ сыҡһын өсөн, ни бары бер тамсы етә.
Әлеге хушбуйҙарҙы “йәнле” тип иҫәпләргә мөмкин, сөнки улар һеҙҙең әүҙемлегегеҙгә бәйле. Һеҙ тыныс бул-ғанда хуш еҫ беленер-беленмәҫ кенә сыға, ә хәрәкәт иткәндә тән температурағыҙ күтәрелә, һәм хушбуйҙың еҫе лә көслөрәк һәм сағыуыраҡ һиҙелә. Шулай уҡ ҡышҡа тәғәйенләнгән ғәрәп хушбуйҙарының еҫе һалҡында нығыраҡ сыға һәм һеҙҙән һуң оҙағыраҡ һаҡланып ҡала. Майлы хушбуйҙар тир еҫен бик яҡшы баҫтыра, һәм йәйге эҫелә борсолор урын ҡалмаясаҡ.
Әйтеп бөтөргөһөҙ тәмле еҫтән тыш, майлы хушбуйҙар – ул ағас, ялтырауыҡтар, биҙәктәр менән биҙәлгән гәлсәр һауыт рәүешендәге бәләкәй генә ҡомартҡы. Ғәрәп хушбуйҙары һауыттарын һеҙ бер ҡасан да башҡалар менән бутамаясаҡһығыҙ.
Хушбуй һайлап, һеҙ парфюмерия сараһы ғына түгел, ә үҙегеҙҙә тормош дәрте, йөҙөгөҙҙө биҙәйәсәк йылмайыу тыуҙырыусы кәйеф һайлайһығыҙ. Бихисап майлы хушбуйҙар араһында үҙегеҙ өсөн тап һеҙҙе, һеҙҙең уйҙарҙы, тормош дәртегеҙҙе һәм кәйефегеҙҙе характерлаусы еҫте һайлағыҙ.
Майлы хушбуй бигерәк тә яратҡан кешеңә бүләк итеү өсөн яҡшы. Уның еҫе бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ, ә ғәжәйеп матур һауыты ысын сюрприз буласаҡ! “Баҙар” сауҙа үҙәгенең беренсе ҡатындағы “ALHADEED” майлы парфюмерия утрауында булып, быға үҙегеҙ инанығыҙ.