Ғәлиә Мөхәмәтуллина (уртала) цех хеҙмәткәрҙәре менән.
Фермерҙың эше Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бушҡа ғына билдәләнмәгән. Йыл-ҡысылыҡта юғары күрһәткестәргә ирешкәне өсөн иң яҡшы крәҫтиән (фермер) хужалығы булараҡ, Ғәлиә Мөхәмәтуллина “Алтын көҙ” XVII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалына эйә була.
Бөгөн уның хужалығында – 70 баш һыйыр малы һәм 250 баш йылҡы. Ярым фабрикаттар экологик яҡтан 100 процентҡа таҙа булһын өсөн мал-дар тәбиғи аҙыҡтар менән туҡландырыла.
Ҡул менән эшләнгән билмән (һыйыр итенән һәм сусҡа ҡатыш һыйыр итенән), манты, голубцы, тертелдәк, фарш һәм салоларҙы тәмләп ҡараған мәсетлеләр, был продук- цияны даими һатып алыусыларға әйләнде.
Шулай уҡ үҙ һыйырҙарының һөтө һатыла. Унан эремсек һәм ҡаймаҡ яһайҙар. Һауыуҙан башлап бөтә эш ҡул менән башҡарыла. Сөнки фермер хужалығы башлығы бындай ысулды ғәҙәти һәм хәүефһеҙ тип иҫәпләй.
Эремсек кәкре етештереү өсөн файҙаланыла. Билмәндәр һәм кәкреләр өсөн ҡамыр, шулай уҡ өй туҡмасы өсөн фәҡәт яңы йомортҡалар ҡулланалар. “Мөхәмәтуллина Ғәлиә” КФХ-һы етештергән бөтөн продукцияның тейешле сертификаттары бар. Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы үҙ магазинында (“Һунарсылар йорто”) һатыла, унда һеҙҙе ихтирамлы хеҙмәтләндереү һәм яңы әҙерләнгән продукция көтә.
Әйтергә кәрәк, урындағы фермер-ҙың тәбиғи продукттарҙан әҙерләнгән аҙыҡ-түлеге юғары сифатлы ғына түгел, ә бик тәмле лә. Өҫтәүенә, хаҡтары ла ауыл кешеһе өсөн ҡулайлы.
Үҙ өҫтәлегеҙ өсөн аҙыҡ-түлек алғанда, үҙегеҙҙекен – урындағыһын һайлағыҙ.